Быйыл июндә “Сәләмәтлек поездары” Әбйәлил районының 10 ауылында булды. 728 кеше, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 25 яугир һаулығын тикшертте.
Һуңғы өс көндә Белорет үҙәк район дауаханаһының күсмә комплексы Красная Башкирия ауыл биләмәһе халҡын ҡабул итте. Шуны билдәләргә кәрәк: участка дауаханаһы “Сәләмәтлек поездары”ның килеүе тураһында халыҡҡа алдан хәбәр иткән. “Барлыҡ килеүселәрҙе лә алдан яҙылыуһыҙ ҡабул иттек. Бер кемгә лә медицина яраҙамынан баш тартманыҡ”, - ти участка дауаханаһы етәксеһе А. Игзакова.
Беренсе көндә 46 кеше мөрәжәғәт иткән. Улар флюорография, маммография, спирография үткән, табипҡа тиклемге кабинетта булған, ҡан баҫымын үлсәткән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы мотлаҡ рәүештә акушер ҡараған, артабан лор, стоматолог, невролог һәм башҡа табиптар һаулығын тикшергән. Кемдер диспансер иҫәбенә ҡуйылған, кемгәлер дауалау тәғәйенләгән. Кәрәккәндә, кемдер Асҡар үҙәк район дауаханаһына планлы рәүештә ебәрелгән.
“Үҙәк район дауаханаһына бара алмаған оло йәштәгеләр, транспорт сараһы булмағандар бында табиптарға килде, - тине Айгөл Иршат ҡыҙы. – Беҙгә өҫтәмә рәүештә УЗИ кәрәк ине”.
Ауылда йәшәүселәрҙең теләге иҫәпкә алынасаҡ. Киләһендә барыһы ла буласаҡ, сөнки республикала, “Сәләмәт республика. Сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, йыраҡта ятҡан ауылдарға “Сәләмәтлек поездары”н ебәреү матур йолаға әүерелде.
Гөлсөм Хәкимова. (“Абзелил”).