Сәләмәт булайыҡ
28 Июнь 2024, 13:00

Хосписты ҡотлай һәм ярҙам итә алаһығыҙ

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин бөгөн Өфө хосписы тураһында яҙып сыҡты.

Хосписты ҡотлай һәм ярҙам итә алаһығыҙХосписты ҡотлай һәм ярҙам итә алаһығыҙ
Хосписты ҡотлай һәм ярҙам итә алаһығыҙ

"Теүәл бер йыл элек, 28 июндә, беҙҙә уникаль учреждение - Өфө хосписы асылды. Төҙөлөштөң инициаторы - республика Башлығы Радий Хәбиров.

Уға эшҡыуарҙар, предприятиелар, меңдәрсә битараф булмаған кеше ярҙам итте. Уларҙың булышлығында республикала паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн заманса уңайлы комплекс барлыҡҡа килде.

Өфө хосписы медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙе, ирекмәндәрҙе, дин әһелдәрен, күңел йылыһы менән ихлас уртаҡлашыусыларҙы берләштерҙе. Быйылғы йыл хоспистың ни тиклем кәрәкле булыуын һәм талап ителеүен күрһәтте.

Бында эшләгән хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәре өсөн лайыҡлы тәрбиә һәм йорт мөхите шарттарын ойоштора алды. Өйҙә булырға теләгәндәр өсөн «Өйҙә хоспис» исемле күсмә хеҙмәт эшләй.

Бөгөн һәр кемдең Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотлап, ошо һылтанма буйынса (https://ufahospice.ru/help/need-help/den-rozhdeniya-ufimskogo-khospisa-20889/) теләһә ниндәй сумманы күсереп, ярҙам итеү мөмкинлеге бар", - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас