Конкурстың форматы дистанцион, маҡсаты - сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. Унда 18-ҙән 35 йәшкә тиклемге Рәсәй кешеһе ҡатнаша ала. Бының өсөн 30 секундтан да кәм түгел һәм 3 минуттан да артмаған видео төшөрөргә кәрәк.
Сюжет авторҙың тормошҡа ҡарашын: нимәнән стимул алыуын, психоактив матдәләр ҡулланыуға альтернатива йәки наркотиктар ҡулланыуҙан һәм таратыуҙан баш тартырға саҡырыуҙы күрһәтергә тейеш. Видеояҙманы Вконтактелағы шәхси битләүҙә, шулай уҡ «Яндекс Диск» сервисында #стимулмоеймечты 2024, #Антивнаркотиков2024 хештегтары менән урынлаштырырға кәрәк.
Ҡатнашыусы «Рәсәй Йәштәре» федераль дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында теркәлергә тейеш myrosmol.ru һәм ғариза бирергә. Шул уҡ ваҡытта анкетала видеоға һылтанма беркетергә һәм уға асыҡ инеү мөмкинлеген тәьмин итергә кәрәк. Сайтта конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт табырға мөмкин. Жюри составына Йәштәр Эштәре Буйынса Федераль Агентлыҡ вәкилдәре һәм эксперттар инә
Ҡатнашыусы «Рәсәй йәштәре» (ФГАИС) федераль дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында myrosmol.ru сайтында теркәлергә һәм ғариза бирергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта анкетала видеоға һылтанма беркетергә һәм уға асыу мөмкинлеген тәьмин итергә кәрәк. Сайтта конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт табырға мөмкин.
Жюри составына Рәсәй йәштәре вәкилдәре һәм йәштәр араһындағы социаль-негатив күренештәрҙе иҫкәртеү өлкәһендәге эксперттар инә. Улар конкурс эштәрен ун баллы шкала буйынса йөкмәткеһенә, конкурстың маҡсаттарына тап килеүенә, актуаллегенә, техник ҡатмарлыҡ кимәленә һәм уникаллегенә ҡарап баһалаясаҡ. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса өс еңеүсе һәм ете призер билдәләнәсәк, улар ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ.
Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2024-07-02/rosmolodyozh-ob-yavila-konkurs-videorolikov-stimul-mechty-eto-sam-ty-3832512
Фото с сайта myrosmol.ru.