Сәләмәтлек поездары”ның килеүен халыҡ һәр ваҡыттағыса көтөп ала. Нефтекама округына ингән Энергетик ҡасабаһы халҡы уның килеүен ишетеү менән табиптарға консультация алырға ашыҡты. Бында бушлай флюорография, маммография үтергә, йөрәгеңде тикшертергә, тар белгестәргә күренергә мөмкин. Айырыуса өлкәндәр бындай медицина ярҙамына ҡыуана, бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, юл йөрөйһө юҡ.
Фәрхәнә Исмәғилеваға 101 йәш, һуңғы йылдарҙа үҙҙәренә килгән “Сәләмәтлек поездары”н көтөп ала, береһен дә күҙ уңынан ысҡындырмай.
Медицина десантының сәфәре артабан да дауам итәсәк.Уларҙы Әмзә ҡасабаһы, Ташкинов, Ҡырым-Һарай ауылдары һәм Ағиҙел ҡалаһы көтә.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте