Бөтә яңылыҡтар

Гөлгөнә Байегетова ҡарағат бәлеше бешерергә өйрәтә

Һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ әле! Ашығыҙ тәмле булһын!

Гөлгөнә Байегетова ҡарағат бәлеше бешерергә өйрәтә
Гөлгөнә Байегетова ҡарағат бәлеше бешерергә өйрәтә

Баймаҡ районы уңғанбикәһе Гөлгөнә Байегетова был юлы ҡарағат бәлеше бешерергә тәҡдим итә.

"Ҡара ҡарағаттан заливной бәлеш бешерҙем. Эслеге тәмле генә, ҡарағаттың әскелтем тәмен биреп тора, ә ванилин ҡушып та ебәргәс инде... телеңде йоторлоҡ булды, бәлеш ялп итеп тә ҡалды!

Ҡамыры:
2 стакан онға 0,5 сәй ҡалағы сода һалып, ярты стакан шәкәр ҡомона бер йомортҡа ҡушып болғатып, шуны онға ҡушып, 200 грамм маргарин менән баҫтым.

Эслеге:
Минең бәлеш ҙур булғас, күберәк эшләнелде: ике стакандай магазин ҡаймағына ярты стакан шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы ванилин, 1 йомортҡа, 2 аш ҡалағы крахмал ҡушып бөтәһен дә яҡшы итеп болғатып, табаға йәйелгән ҡамыр өҫтөнә ҡойолдо. Өҫтөнә ҡарағаттар һибеп сыҡтым. Ҡыҙыу духовкала 45 минут тирәһендә бешереп алдым. Һыуытып ашар кәрәк был бәлеште", - тип яҙған ул.
Һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ әле! Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото һәм сығанаҡ: Гөлгөнә Байегетованың сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: