Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда "Әүҙем оҙон ғүмер һәм һаулыҡ һаҡлау технологиялары. “Өлкән быуын” федераль проектын тормошҡа ашырыу” темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Сара Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитетының Өфөләге күсмә ултырышының төп практик өлөшө булды.
Сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ҡатнашты. Ул сығышында: “Бәлки, һәр кем иртәме-һуңмы үҙенең ҡартлығы һәм уның нисек йәшәүе тураһында уйлана башлайҙыр. Барыһы ла әүҙем тормоштоң мөмкин тиклем оҙағыраҡ дауам итеүен һәм яҡшы булыуын теләй. Бөгөн Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙайлығы 73 йылдан ашҡан. Был - республика тарихында рекордлы күрһәткес. Әммә беҙҙең төп бурысыбыҙ - уртаса ғүмер оҙонлоғон арттырыу ғына түгел, ә уның сифатын күтәреү”, – тип белдерҙе.
– Бөгөн Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитетынан, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан коллегалары менән “Өлкән быуын” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙек. Һис шикһеҙ, бында тырышлыҡ тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау өлкәһен нығытыуға йүнәлтелгән. Башҡортостанда был мәсьәләгә республика Башлығы Радий Хәбиров етди иғтибар бүлә. Бер нисә һан ғына килтерәм. Дөйөм алғанда, 2019 йылдан алып төбәктә 14 заманса поликлиника һәм дауахана, 350-нән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Былтыр ғына дүрт поликлиника һәм бер ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы барлыҡҡа килгән, 4230 берәмек ҡорамал һәм 185 берәмек медицина автотранспорты килтерелгән. Был эш дауам итә.
Тормош сифатына башҡа факторҙар ҙа йоғонто яһай. Был социаль йүнәлеш тә, ололар өсөн кәрәкле инфраструктураның булыуы ла, уңайлы шарттар булдырыу ҙа. Белеүегеҙсә, беҙҙә ҡыҙыҡлы һәм күптәрҙең яратҡан “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты бар. Уны тормошҡа ашырыу йылдарында унда 690 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән. Бынан тыш, оло йәштәгеләргә бөтә республика буйлап экскурсияларға сертификаттар бирелә һәм бөтә ил буйлап, шулай уҡ Беларусҡа туристик сәйәхәттәр субсидиялана. Быйыл көҙҙән проекттың географияһын Үзбәкстан йүнәлешендә киңәйтергә ниәтләйбеҙ.
Республикала ГТО нормативтарын үтәгән 60 йәштән өлкән граждандарға спорт ойошмаларына бушлай йөрөү өсөн 10 мең һумлыҡ сертификат бирелә.
Быйыл уларҙы 2 250 кеше аласаҡ. Был проект илдә иң яҡшыларҙың береһе, тип таныла. Моғайын, иң мөһиме – тормошҡа ҡыҙыҡһыныуҙы һаҡлау, өлкән йәштә булыуға ҡарамаҫтан, үҫешергә, аралашырға һәм тормошҡа ашырырға теләү. Ә беҙ быға ярҙам итергә әҙербеҙ. Һаулыҡ теләйем!” – тип уртаҡлашты Максим Забелин.
Фото сығанағы: gsrb.ru.