Сәләмәт булайыҡ
12 Июль 2024, 01:00

Иммунитетты нисек нығытырға?

Ниндәй анализ уның түбәнәйеүен асыҡларға ярҙам итә икәнен уҡығыҙ.

Иммунитетты нисек нығытырға?Иммунитетты нисек нығытырға?
Иммунитетты нисек нығытырға?

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бөтә донъя аллергия менән көрәш көнө айҡанлы 8 -14 июлдә Иммун системаһын һаҡлау аҙнаһын иғлан итте.

Организмдың иммун системаһы беҙҙе сир таратыусы микроорганизмдар һәм вирустар тәьҫиренән һаҡлай, өҫтәүенә микробтар һәм паразиттарҙан ғына түгел, ә үҙ организмыңдың контролдән сыҡҡан күҙәнәктәренән дә.

Иммунитетты нимә ҡаҡшата?

Йәшәү рәүешен дөрөҫ ойоштормау (алкоголь ҡулланыу, тәмәке тартыу, аҙ хәрәкәтләнеү);

Стрестар, депрессия, төшөнкөлөк, арыу-талсығыу, насар йоҡо;

Тирә-яҡ мөхит;

Дөрөҫ туҡланмау.

Организмды яҡлаусы иммун системаһы туранан-тура беҙҙең нимә ашауыбыҙға бәйләнгән. Аҡһымлы аҙыҡ организмды антиесемдәр һәм башҡа иммунитет агенттарын барлыҡҡа килтереү өсөн кәрәкле аминокислоталар менән тәьмин итә. Майҙар иммун күҙәнәктәрен төҙөү өсөн кәрәк, ә углеводтар иммун системаһы эшләһен өсөн энергия бирә.

Организмдың һаҡлаусы функцияларын нығытыуға һәләтле аҙыҡтар етерлек. Шуларҙың бер нисәһе: лимон, имбир, йәшел сәй, емеш-еләк, бутҡа, һөт аҙыҡтары, баҙам сәтләүеге (миндаль), йәшелсә, балыҡ, дингеҙ кәбеҫтәһе, зәйтүн майы.

Сәләмәт кешенең иммунитеты нисек булырға тейеш? Иммун системаһы зарарланмаған кешенең иммун статусы ҡағиҙә булараҡ 800-1200 күҙәнәк тәшкил итә. Балаларҙа ул күберәк. Иммунограмма анализы иммунитеттың түбәнәйеүен асыҡларға ярҙам итә.

Фото: https://gorzdrav.org/blog/effektivnye-sposoby-ukreplenija-immuniteta/ 

Иммунитетты нисек нығытырға?
Иммунитетты нисек нығытырға?
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас