Бөтә яңылыҡтар

Ашҡаҙан менән проблема булһа

Юл япрағы ярҙам итер. Һаулыҡты нығытҡан төнәтмәне әҙерләүҙең ике юлы бар...

Ашҡаҙан менән проблема булһа
Ашҡаҙан менән проблема булһа

Ашҡаҙанығыҙ ауыртһа, үҙәгегеҙ көйһә, юл япрағы төнәтмәһе ярҙамға килер! Юл япрағы төнәтмәһе ашҡаҙан ауырыуҙарына дауа булып тора. Ул ашҡаҙандағы асыҡ яраны бөтәштерә, ауыртыуҙы баҫа, үҙәк көйгәндән ярҙам итә. Төнәтмәне йылы килеш, ашарҙан 30-40 минут алда эсегеҙ. Ашҡаҙанға дауа булған төнәтмәне дөрөҫ итеп эшләр өсөн ике ысул бар.

1) 1 аш ҡалағы кипкән үләндең өҫтөнә 1 стакан эҫе, әммә ҡайнап өлгөрмәгән һыу ҡойоғоҙ ҙа, ҡапҡас ябып, 12-15 минут төнәтегеҙ. Бындай сәйҙе тәүлегенә 3-4 тапҡыр бешереп эсергә кәңәш ителә. Шуныһы, һәр ваҡыт яңынан төнәтегеҙ.

2) ️Бына был ысулда термос кәрәк була. 4 аш ҡалағы кипкән юл япрағы үләнен ярты литр эҫе һыу менән бешерәләр. Унан был сәйҙе термоста 2,5–3 сәғәт тирәһе төнәтелә. Был төнәтмәне тәүлегенә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә. Был ике ысулда ла дауаланыу курсы 7 көн дауам итергә тейеш. Бер аҙ ял итеп алғандан һуң, йәнә ҡабатларға була.

Фото һәм сығанаҡ: "Һаҡмар" гәзитенән

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: