Сәләмәт булайыҡ
5 Августа 2024, 09:30

Баштағы яман шеште асыҡларға мөмкинлек бирә

ӨДНТУ-ның Углерод технологиялары үҙәге лабораторияһы етәксеһе, профессор Михаил Доломатов нефть һәм синтетик яғыулыҡ, ҡан һәм наноэлектроника объекттары кеүек төрлө ҡатмарлы матдәләрҙең составын билдәләргә мөмкинлек биргән лаборатория эшләнмәһе тураһында китап сығарҙы.

Баштағы яман шеште асыҡларға мөмкинлек бирәБаштағы яман шеште асыҡларға мөмкинлек бирә
Баштағы яман шеште асыҡларға мөмкинлек бирә

Был эштә Өфө ғалимдарының күп йыллыҡ тикшеренеү тәжрибәһе дөйөмләштерелгән. Масштабы буйынса улар республиканы яңы сиктәргә сығара ала, тип иҫәпләй тикшеренеүсе.

Мәҫәлән, ҡан плазмаһын өйрәнгәндә, был эшләнмә кешенең төрлө ауырыуҙарын диагностикаларға мөмкинлек бирә. Эксперимент сифатында 2010-2015 йылдарҙа уҡ БДМУ һәм Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы ғалим-медиктары менән берлектә тап ошо спектроскопия ысулын баш мейеһе шештәрен, бауыр циррозын һәм башҡа ауырыуҙарҙы диагностикалау өсөн ҡулланғандар.

Шулай уҡ нефтселәр, ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүселәр менән ҙур эш алып барылған. Был спектроскопияны ҡулланып, үҙәк ғалимдары нефттең теге йәки был ҡатламдарының етештереүсәнлеген билдәләргә өйрәнә. Бынан тыш, ысул нанотехнология объекттарының нанокиҫәксәләренең төҙөлөшөн билдәләргә мөмкинлек бирә.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас