Сәләмәт булайыҡ
6 Август 2024, 01:00

Көртмәле генә тимәгеҙ...

Күҙҙең күреү һәләтен ҡара көртмәленән әҙерләнгән төнәтмә һәм сәй яҡшырта. Ул бик тиҙ һәм еңел әҙерләнә... 

Көртмәле генә тимәгеҙ...Көртмәле генә тимәгеҙ...
Көртмәле генә тимәгеҙ...

Емештәре күкһел ҡара был емештең тәме бик үҙенсәлекле. Унан хужабикәләр, ғәҙәттә,  ҡайнатма, ҡаҡ йәки кеҫәл әҙерләй, бәлеш бешерә. Көртмәлене ҡышҡылыҡҡа туңдырыусылар ҙа күп.

Белеүебеҙсә, был емеш артыҡ татлы түгел, сөскөлт тәмле. Унда марганец, кальций, флавоноидтар,  А, С һәм В витаминдары күп.

Элек-электән көртмәлегә күҙҙе нығытыусы, уның күреү һәләтен яҡшыртыусы емеш тип ҡарағандар. Был йәһәттән ҡара көртмәле бигерәк тә файҙалы. Ул күреү һәләтен яҡшыртыусы биологик актив матдәләргә бай. Белгестәр билдәләүенсә, лаборатория тәжрибәләре көртмәле ашауҙың ҡайһы бер күҙ ауырыуҙарын иҫкәртеүе йәиһә дауалауҙа яҡшы һөҙөмтә биреүен күрһәткән. Офтальмологияла, ҡағиҙә булараҡ, көртмәле экстракты ҡулланыла.

Күҙҙең күреү һәләтен ҡара көртмәленән әҙерләнгән төнәтмә һәм сәй ҙә яҡшырта. Мәҫәлән, 15 грамм бешкән емешкә 200 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп, көнөнә өс-дүрт тапҡыр 1/4 – 1/2 стакан эсергә.

Ғөмүмән, күреү һәләтен һаҡлауҙа йәшелсә-емеш, шулай уҡ кәрәкле витаминдар һәм туҡлыҡлы матдәләр менән байытыусы шифалы үләндәр ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, ҡыҙғылт-һары, һары һәм йәшел төҫтәге йәшелсә-емештә, мәҫәлән, кишерҙә, ҡыҙыл бороста, помидорҙа, йәшел һуған менән шпинатта, ҡуҙғалаҡта, абрикоста, миләштә булған А витаминын ашау кәрәклеге хаҡында онотмайыҡ.  Дөрөҫ, кишерҙә бета-каротин күп, әммә уны күҙгә файҙаһы булған А витаминына әйләндереү өсөн мотлаҡ ҡаймаҡ йә май ҡушып ашарға кәрәк.
Лютеин да ыңғай йоғонто яһай икәнлеген хәтерҙән сығармайыҡ. Ул күҙҙәр өсөн зарарлы ультрафиолет нурҙарҙы йота, күҙәнәктәрҙең бөтөнлөгөн һәм күреү һәләтен һаҡлай икән. Ул шулай уҡ ҡыҙғылт-һары төҫтәге йәшелсә-емештә, кишерҙә, ҡабаҡта, хөрмәлә һәм виноградта күп.

Күҙ алмаһына В2 витамины ла бик файҙалы. Организмға был витамин етмәгәндә күҙ ауырта башлай, яҡтылыҡтан ҡурҡа, күҙ ҡабағының лайлалы ҡатламы ялҡынһына. В2 витамины йәшел борсаҡта, помидорҙа, кәбеҫтәлә, алмала, ҡыҙыл көртмәлелә, шулай уҡ арахиста һәм миндалдә бар.

Әле – йәйҙең иң хозур, йәшелсә-емешкә бай осоро. Тәбиғәт байлығы, сәләмәтлегебеҙ өсөн файҙалы емеш-еләк хатта аяҡ аҫтында ғына, тип әйтергә мөмкин. Шуға ошо еләк-емештәрҙе йыйып ҡалайыҡ, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ.

Фото: zlatpitomnik.ru 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас