Сәләмәт булайыҡ
7 Август 2024, 13:50

БДМУ студенттары Ҡытайҙа практика үткән

Көнсығышта халыҡ медицинаһын дауалау өсөн әүҙем ҡулланалар.

БДМУ студенттары Ҡытайҙа практика үткәнБДМУ студенттары Ҡытайҙа практика үткән
БДМУ студенттары Ҡытайҙа практика үткән

Башҡорт дәүләт медицина университетының алты студенты, университет-ара студенттар кампусы резиденттары, Ҡытайҙың иң ҙур университеттарының береһендә практика үтеп ҡайтҡан. Буласаҡ табиптар халыҡ-ара уҡыу аҙнаһында ҡатнаша: Көнбайыш Ҡытай дауаханаһында Сычуань университеты студенттары менән берлектә клиник стажировка үтә.

БДМУ-ның медицина-педиатрия факультеттарының 4-се һәм 5-се курстарының студенттары симуляция үҙәге, рентгенэндоваскуляр хирургияһы һәм реанимация, эндоскопия бүлектәрендә эшләп ҡарай. Сычуань университеты БДМУ-ның күптәнге хеҙмәттәше.

Сычуань университетының Көнбайыш Ҡытай дауаханаһында бер ай стажировка һиҙелмәй үтеп китте. Чэнду ҡалаһында Көнбайыш Ҡытай дауаханаһы Ҡытайҙың иң яҡшы дауаханалары рейтингында икенсе урында тора. Тәүлегенә меңдән ашыу операция яһала. Хеҙмәттәштәребеҙ үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, фекер алышыуҙар күп булды – беҙгә оҡшаны. Рәсәй һәм Ҡытай дауаханаларының айырмаһы — традицион ҡытай медицинаһын ҡулланыу, — тип билдәләне студенттар.

Буласаҡ табиптар хирургик операцияларҙа ла ҡатнаша. 

Тәжрибә уртаҡлашыуҙың төп маҡсаттарының береһе — медицина белеме өлкәһендә халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, шулай уҡ тәжрибәне байытыу һәм студенттарҙың медицина өлкәләрендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү.

Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Президенты башланғысы менән Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара капмусы төҙөлөшө бара. Өфө вуз-ара кампусы – ул 37 мең квадрат метрға тиң белем биреү мөхите, 20 яңы лаборатория. Бынан тыш, икенсе сират төҙөлөшө үҙ-ара берҙәм стилобат менән берләшкән башня формаһындағы ете ятаҡтан торасаҡ.

 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас