Алманан ҡоймаҡ бешереү ысулын Гөлфиә Зәйнуллина тәҡдим итә.
Бының өсөн бер алма, 150 миллилитр кефир, бер йомортҡа, дүрт аш ҡалағы он, 0,25 сәй ҡалағы уксус менән һүндерелгән сода, бер семтем корица һәм тоҙ, бер сәй ҡалағы шәкәр кәрәк буласаҡ.
Үҙегеҙгә уңайлы һауыт алып кефир, йомортҡа, тоҙ, шәкәр, корицаны һалып болғатырға. Уға эре ҡырғыстан үткәрелгән алма өҫтәргә. Он һәм соданы һалып болғатырға. Аҙаҡ ҡыҙҙырылған майлы табала бешерергә. Табынға ҡуйыртылған һөт йәки бал менән бирергә.
Алма ҡоймағы тәмле, еңел дә килеп сыға. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото һәм сығанаҡ: "1001 кәңәш" төркөмөнән.