Бөтә яңылыҡтар
10
Сәләмәт булайыҡ
12 Август 2024, 08:00

Һырҙан... кишер ярҙам итә

Өй шарттарында яһалған был крем файҙалы һәм аҙ сығым талап итә.

Һырҙан... кишер ярҙам итә
Һырҙан... кишер ярҙам итә

Уртаса ҙурлыҡтағы кишерҙе яҡшылап йыуабыҙ һәм ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Артабан уны кәстрүлгә һалғас, йәшелсә ҡапланғансы көнбағыш майы өҫтәйбеҙ һәм һүрән утта йомшарғансы быҡтырабыҙ.

Шунан ҡатнашманы марля аша үткәреп, уға 15-20 грамм балауыҙ һалабыҙ. Артабан ул иреһен өсөн тағы плитәгә ҡуябыҙ, шунан бер аҙ һыуынған ҡатнашмаға ярты балғалаҡ бал, 7-10 тамсы кедрҙың эфир майы өҫтәп, яҡшылап болғатҡас, банкаға һалып ябабыҙ.

Был крем төрлө типтағы бит тиреһе өсөн дә килешә. Күҙ тирәһендәге йыйырсыҡтарҙан ҡотолорға булышлыҡ итә.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: