Сәләмәт булайыҡ
14 Август 2024, 11:30

Физик әүҙемлек йәшәртә лә, йәшәтә лә!

Өфө ҡалаһындағы Сәләмәтлек һәм функциональ диагностикалау үҙәге етәксеһе, 46-сы поликлиниканың дөйөм практика табибы, медицина иҫкәртеүе бүлексәһе мөдире Линар Флүн улы ҒҮМӘРОВ менән әңгәмәбеҙ аҙ хәрәкәтләнеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ауырыуҙар һәм башҡалар тураһында.

Физик әүҙемлек йәшәртә лә, йәшәтә лә!Физик әүҙемлек йәшәртә лә, йәшәтә лә!
Физик әүҙемлек йәшәртә лә, йәшәтә лә!

Был аҙна Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан Спорттың әүҙем төрҙәрен популярлаштырыу аҙналығы булараҡ иғлан ителде. Аҙ хәрәкәтләнеү йөрәк ишемияһы сире үҫешен – 30, II типтағы шәкәр диабеты барлыҡҡа килеүҙе 27 процентҡа арттыра, ти табиптар. Ошо һәм башҡалар тураһында Өфө ҡалаһындағы Сәләмәтлек һәм функциональ диагностикалау үҙәге етәксеһе, 46-сы поликлиниканың дөйөм практика табибы, медицина иҫкәртеүе бүлексәһе мөдире Линар Флүн улы ҒҮМӘРОВ менән әңгәмәбеҙ ошо һәм башҡалар  хаҡында. Әйткәндәй, былтыр Линар Флүн улы, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, Лука Крымский миҙалы менән наградланғайны. Ул Луганск Халыҡ Республикһында эшләгән медицина бригадалары составында булғайны һәм мохтаж булғандарға медицина ярҙамы күрһәткәйне.

- Линар Флүн улы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше сәләмәтлегенә хәүеф янаған факторҙар байтаҡ. Уларҙың береһе – физик әүҙемлектең түбән булыуы. Ошо хаҡта һөйләһәгеҙ ине.

 – Ысынлап та, физик йәһәттән әүҙем булыу кеше һаулығына ыңғай йоғонто яһай, хатта иң ябай көндәлек күнекмәләр ҙә һаулыҡты нығыта.  Мәҫәлән, эшкә йәйәү йәки велосипедта барыу, иртән зарядка яһау, саф һауала йөрөү баһалап бөткөһөҙ файҙалы. Көнөнә 10 мең аҙым үтеү мөһим. Ни өсөн тигәндә, физик көсөргәнеш мәлендә организмда тергеҙеү механизмдары эшкә ҡушыла: һеңер туҡымаһының зарарланған өлөштәре тергеҙелә, сатнаған, ярылған ерҙәр уңала, антиоксиданттар һәм ялҡынһыныуға ҡаршы молекулалар әүҙемләшә. Ошо процестар шәкәр диабеты, яман шеш, һимереү, остеопороз, Альцгеймер сирҙәре хәүефен кәметә, төшөнкөлөккә бирелеүҙән һәм ваҡытынан алда вафат булыуҙан һаҡлай.

Бына быуындарға артыҡ көсөргәнеш бирергә ярамай, айырыуса өлкән йәштә һаҡланырға кәрәк. Әммә һәр кем, тышта һауа торошо нисек, ниндәй миҙгел булыуына ҡарамаҫтан, мотлаҡ хәрәкәтләнергә тейеш. Өфөлә, мәҫәлән, Ағиҙел буйында махсуслашҡан һуҡмаҡтар буйлап йүгерергә йәки скандинавса атларға була.

Көн һайын самалап, хәлдән килгәнсә спорт күнекмәләре менән шөғөлләнеү сәләмәтлектең яйлап ҡаҡшауын аҡрынайта, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән, шәкәр диабетының икенсе тибынан һәм яман шештең ҡайһы бер төрҙәренән һаҡлай.

- Физик йәһәттән әүҙем булыу ошо сирҙәрҙе булдырмаҫҡа тәьҫир итә...

 –  Физик әүҙемлек – был ауырыуҙарға юл ҡуймауҙың, йөрәк мускулын нығытыуҙың һәм дөйөм физик һәм психологик сәләмәтлекте һаҡлауҙың иң ябай һәм һөҙөмтәле ысулы. Үҙенең сәләмәтлеген  яҡшы кимәлдә тоторға тырышҡан һәр кем мотлаҡ физкультура менән шөғөлләнергә, спорт менән дуҫ булырға тейеш.

Ҙур ҡорһаҡ, бил тирәләй май ултырыу –“абруй” билдәһе түгел, ә хәүефләнеү өсөн етди сәбәп. Бил үлсәме 100 сантиметрҙан ҙурыраҡ булғандарҙа һимереүгә бәйле килеп сыҡҡан ауырыуҙар (диабет, гипертония, инсульт) менән сирләү хәүефе бермә-бер арта.

Бил тәңгәлендә артыҡ майҙан ҡотолоуҙың иң яҡшы ысулы – туҡланыу рационының калориялылығын кәметеү һәм физик күгенеүҙәр менән күберәк шөғөлләнеү.

– Әгәр тән ауырлығым саманан тыш артыҡ икән, миңә нимә эшләргә?

– Табипҡа мөрәжәғәт итергә. Туҡланыу рационын ғына түгел, тотош йәшәү рәүешен үҙгәртергә кәрәктер, бәлки. Тән ауырлығы индексынан тыш, биоимпедансометрия күрһәткестәре лә мөһим. Ул организмдың электр ҡаршылығы күрһәткестәрен үлсәүгә ҡоролған тикшеренеү.

- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Линар Флүн улы! Эшегеҙҙә уңыштар һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.

Фото Линар Ғүмәровтың шәхси архивынан.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас