Сәләмәт булайыҡ
15 Август 2024, 01:00

Зиһен биҙенә ниндәй аҙыҡ-түлек йоғонто яһай?

Ҡалҡан биҙенең торошо нисек туҡланыуыбыҙға туранан-тура бәйле. Был йәһәттән проблемалар булмаһын өсөн бына ниндәй ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк... 

Зиһен биҙенә ниндәй аҙыҡ-түлек йоғонто яһай?Зиһен биҙенә ниндәй аҙыҡ-түлек йоғонто яһай?
Зиһен биҙенә ниндәй аҙыҡ-түлек йоғонто яһай?

Ҡалҡан биҙе тотош организмдың – йөрәктең, эндокрин, репродуктив һәм нервы системаларының, барлыҡ ағзаның – эшләүен генә түгел, аҡыл ҡеүәтен, хис-тойғолар тигеҙлеген, хатта кәйефте көйләй. Уны ҙур оркестрҙың бәләкәй генә дирижеры тип атайҙар.

Эндокрин системаһы сирҙәре Рәсәйҙә генә түгел, Башҡортостанда ла йылдан-йыл нығыраҡ тарала бара. Ҡалҡан биҙе сирҙәре – шәкәр диабетынан һуң килгән эндокринологик тайпылыштар араһында икенсе урында. Улар Ер шарында йәшәгән кешеләрҙең 30 процентында осрай. Өҫтәүенә, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-ат менән сағыштырғанда, ун тапҡырға йышыраҡ ауырый, тип хәбәр итә белгестәр.

Ҡалҡан биҙе гормондары кимәле түбән булғанда гипотериоз тигән ауырыу барлыҡҡа килә. Был ағзаның икенсе бер сире тиреотоксикоз тип атала. Ул, киреһенсә, биҙ эшмәкәрлеге ныҡ көсәйгән саҡта үҫешә. Ошо ауырыуҙарҙың икеһе лә сәләмәтлеккә кире йоғонто яһай, эшкә һәләтлелеген түбәнәйтә, кәйеф торошона насар тәьҫир итә.

Ҡалҡан биҙенең сәләмәт булыуына нисек туҡланыуыбыҙ туранан-тура бәйле, шуға күрә бөгөнгө яҙмабыҙҙа – һүҙ был ағза өсөн файҙалы аҙыҡ-түлек, емеш-еләк тураһында.

1. Алма - кәрәкле витаминдар, минералдар һәм органик кислоталар сығанағы. Ундағы тимер йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы өсөн кәрәк. Ҡалҡан биҙенә килгәндә, алма - яман шеш күҙәнәктәренән һаҡлауҙа ҙур ярҙамсы.

2. Диңгеҙ ризыҡтары. Улар организмды омега 3, йод, цинк, аҡһым менән тәьмин итә. Һуңғыһы, белеүебеҙсә, быуындар өсөн генә түгел, тире күҙәнәктәре өсөн дә “төҙөлөш материалы”. В 12 витамины һәм цинк иһә иммунитетты нығыта.Диңгеҙ кәбеҫтәһендә йод һәм 40-тан ашыу витамин бар. Улар ҡалҡан биҙен төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай.
3. Һуған ҡалҡан биҙе, бауыр һәм йөрәк өсөн файҙалы. Иммунитетты нығытыуға булышлыҡ иткән бихисап микроэлементтарға бай.

4. Көртмәле – антиоксиданттар күп булған емеш. Ул – ҡалҡан биҙендәге гормондар тайпылышына кәртә.

5. Балыҡ омега-3 майына бай. Һөҙөмтәлә был аҙыҡты йышыраҡ ашау ҡалҡан биҙенең көйлө эшләүен тәьмин итә.

6. Иртән өс-дүрт грек сәтләүеген хуш еҫле бал менән ҡушып ашау ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеген йәнләндереп ебәрә. Был үҙенсәлекле “дарыу”ҙы бер-ике аҙна эсендә көн һайын ашарға тәҡдим итәләр.

7. Лимон менән балды ҡушып ашау ҙа ҡалҡан биҙе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.

Әле – һауа торошоноң тотороҡһоҙ, ышанысһыҙ осоро. Берсә ямғыр һибәләй, берсә ҡояш нурҙары һаран ғына иркәләй, өҫтәүенә, төрлө инфекциялар һағалай. Тап бына ошондай ваҡытта туҡланыуҙың һаулыҡ өсөн мөһимлеге тураһында онотмайыҡ һәм үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, һау булайыҡ.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас