Бәхетле булыу өсөн тәү сиратта һау-сәләмәт булыу кәрәк. Һәр саҡ яҡшы кәйефтә булырға тырышығыҙ, юғиһә насар уйҙар, асыу, нәфрәт, көнсөллөк иммунитетты ҡаҡшата, алама сирҙәргә юл асыла, бигерәк тә йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу ағзалары зыян күрә. Был ғына түгел, асыу тойғоһо организмды ҡартайта ла. Шуға ниндәй ҙә булһа проблемалар борсой икән, улар тураһында уртаға һалып һөйләшергә, асыҡларға һәм шул уҡ ваҡытта тыныслыҡ һаҡларға тырышығыҙ. Барыһы ла үҙегеҙгә бәйле. Ошо хаҡта онотмағыҙ. Һәр көндөң ҡәҙерен белегеҙ.
Автор фотоһы.