Сәләмәт булайыҡ
29 Август 2024, 09:00

Барыһы ла халыҡ сәләмәтлеге өсөн!

Һуңғы биш йылда Ғафури районының Байымбәт, Уҫман, Буруновка, Түбәнге Ташбүкән, Рус Саскүле, Ҡурғашлы, Ҡормантау, Архангелка, Туғай ауылдарында яңы ФАП-тар сафҡа индерелде. Өҫтәүенә, быйыл тағы Бурлы, Ибраһим, Туғай һәм Ҡарағай ауылдарында ФАП-тар файҙаланыуға тапшырылды.

Барыһы ла халыҡ сәләмәтлеге өсөн!Барыһы ла халыҡ сәләмәтлеге өсөн!
Барыһы ла халыҡ сәләмәтлеге өсөн!

Башҡортостан Хөкүмәте иңендәге өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе – халыҡ һаулығын һаҡлау һәм нығытыу, шулай уҡ ғүмер оҙайлығын арттырыу. Ошо маҡсаттарға өлгәшеү өсөн халыҡтың барлыҡ йәш категорияларында ла үлем кимәлен кәметергә кәрәк. Был маҡсат “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында ла асыҡ билдәләнгән. Көтөлгән ғүмер оҙайлығы күрһәткестәренә өлгәшеүҙә вакцина яһау, диспансерлаштырыу булышлыҡ итә, амбулатор-поликлиника селтәрен киңәйтеү, заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү халыҡтың дауаланыуға мөмкинлектәрен арттыра.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беҙҙә ике меңдән ашыу ФАП бар, был – илебеҙҙәге иң эре селтәрҙәрҙең береһе. Яһалма интеллект ФАП-тарҙа ҡулланыла һәм улар ҙур популярлыҡ яулай бара. Мәҫәлән, ФАП-тар мәғлүмәттәрҙе дистанцияла тапшырыу мөмкинлеге булған һанлы ЭКГ-аппараттар менән йыһазландырыла. Беренсел звено яҡшы һәм һөҙөмтәле эшләһә, сирҙәр ваҡытында асыҡлана һәм үлем осраҡтары һирәгерәк теркәлә.

– Иҫке ФАП-тарҙы яңыларына алмаштырыу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Беҙ Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путинға беренсел звеноны комплекслы заманлаштырыу программһы башланғысы өсөн рәхмәтле. Был – аҡса менән нығытылған етди документ. 2025 йылға тиклем Башҡортостан 18 миллиард һум аласаҡ, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.  

Шулай итеп, ауыл ерендә йәшәүселәргә юғары сифатлы беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү – Хөкүмәтебеҙҙең төп маҡсаттарының береһе. Шуға күрә республиканың бәләкәй ауылдарында ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыуы матур йолаға әйләнде. Улар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Ғафури районын ғына алып ҡарайыҡ, һуңғы биш йылда Байымбәт, Уҫман, Буруновка, Түбәнге Ташбүкән, Рус Саскүле, Ҡурғашлы, Ҡормантау, Архангелка, Туғай ауылдарында ФАП-тар сафҡа индерелде. Өҫтәүенә, быйылтағы Бурлы, Ибраһим, Туғай һәм Ҡарағай ауылдарында ФАП-тар файҙаланыуға тапшырылды.
Был медицина ойошмаларында заманса барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған: бөтә йыһаздар һәм ҡорамалдар менән пациентты ҡабул итеү, процедуралар, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән махсус кабинеттар, һыуытҡыстар менән йыһазландырылған дарыуҙар һаҡлау, кейем алыштырыу, хужалыҡ бүлмәләре, бәҙрәф тә бар. Райондағы ФАП-тарҙа үҙ эштәренең оҫтаһы булып танылған, тәжрибәле, ғүмерҙәрен ауылдаштары сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлаған фельдшерҙар эшләй. Туғай ауылындағы фельдшер Алһыу Ғилметдин ҡыҙы Әсфәндиәрованың ғүмерен медицинаға арнауына 33 йыл тулған. Стәрлетамаҡ медицина училищеһында белем алғандан һуң хеҙмәт юлын башлаған.

- Бәләкәй саҡтан медицина менән ҡыҙыҡһындым: атайымды “дауалап” маташа инем. Шуға күрә киләсәктә лә һаулыҡ һаҡлау тармағында эшләү теләгем бик ҙур ине, – ти хәҙер фельдшер.

Алһыу Ғидметдин ҡыҙы Туғай һәм Игенселәр ауылдары халҡын ҡабул итә. Йәмғеһе – 400-гә яҡын кеше. Нигеҙҙә, йөрәк-ҡан тамырҙары, шәкәр диабеты кеүек сирҙәр менән мөрәжәғәт итәләр. Ауылда фельдшер булып эшләүе еңел түгел, сөнки уға үҙенә мөрәжәғәт иткән сирлеләрҙе тәүлектең төрлө ваҡытында ҡабул итергә тура килә. Алһыу Ғилметдин ҡыҙының ире Рим Закир улы – ныҡлы терәге. Ҡыҙҙары Гөлназ Стәрлетамаҡта төпләнгән. Ире Альмир менән дүрт йәшлек Рәсимде тәрбиәләйҙәр. Улдары Рәмзил техникумды тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы заводтарҙың береһендә эшләп йөрөй. Яҡындары хеҙмәтен аңлағас, терәк булғас, эше лә көйлө бара фельдшерҙың.

- Күҙ баҫымы өсөн тонометр, ЭКГ аппараты – барыһы ла өр-яңы. Шуныһы һөйөнөслө: хәҙер ФАПтың үҙендә һалҡын да, йылы ла һыу бар һәм тағы йылы. Кинәнеп эшләү өсөн шарттар бик шәп, – ти фельдшер Алһыу Әсфәндиәрова.

Алһыу Ғилметдин ҡыҙының остаздары – Рәлиә Йосопова һәм Ләлә Әхмәтшина.

- Ләлә Абдулҡадир ҡыҙының хеҙмәт стажы – 40 йылдан ашыу, - тип таныштырҙы фельдшер остазы менән.

- Ҡан тапшырырға тип килгәйнем, операцияға барырға йыйынам, – тине ФАП-ҡа килгән Венера Фәрит ҡыҙы Заһиҙуллина.  Ул хәҙерге уңайлы, заманса йыһазландырылған медицина ойошмаһын урындағы халыҡтың көтөп алыуы тураһында белдерҙе.

Һаулыҡ бар икән, барыһы ла көйлө була. Һуңғы йылдарҙа иһә республикала медицина тармағына иғтибар артҡандан-арта. Тимәк, тотош халыҡ сәләмәтлеге лә ныҡ булыр, тигән ышаныс күңелдә ҡуҙлана.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.      

Барыһы ла халыҡ сәләмәтлеге өсөн!
Барыһы ла халыҡ сәләмәтлеге өсөн!
Барыһы ла халыҡ сәләмәтлеге өсөн!
Барыһы ла халыҡ сәләмәтлеге өсөн!
Барыһы ла халыҡ сәләмәтлеге өсөн!
Барыһы ла халыҡ сәләмәтлеге өсөн!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас