Сәләмәт булайыҡ
3 Сентября 2024, 12:00

Башҡортостан тәжрибәһе менән уртаҡлаша

Республикала “Һанлы ФАП” проекты уңышлы дауам итә. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарының 97 проценты интернетҡа тоташтырылған.

Башҡортостан тәжрибәһе менән уртаҡлашаБашҡортостан тәжрибәһе менән уртаҡлаша
Башҡортостан тәжрибәһе менән уртаҡлаша

Республикала тәүге медик санитар ярҙам буйынса программа уңышлы эшләй, тип хәбәр итте Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм һанлаштырыу үҙәк ғилми-тикшеренеү институты директоры Ольга Кобякова. Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда амбулатор медицина ярҙамы сифат һәм файҙаланыу мөмкинлеге буйынса яңы кимәлгә сыға.

Программаны Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре, Медицина мәғлүмәт-аналитика үҙәге белгестәре, баш табиптар әҙерләне. Киләһе йылдарға иҫәпләнгән саралар планы буйынса халыҡтың медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеге арттырылырға, пациенттарҙың ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелергә, һанлы сервистар ҡулланылырға тейеш. Пациенттарға уңайлы булһын өсөн “Табипҡа” ҡушымтаһын һәм Берҙәм мәғлүмәт порталын камиллаштырыу ҡарала.

Шулай уҡ бында анализдар һөҙөмтәһе, ҡабул итеү тураһында мәғлүмәт булырға тейеш. Планға ярашлы, түбәндәге функциялар өҫтәләсәк: пациентты диспансер күҙәтеүенә ҡуйыу тураһында иҫкәртеү, алдағы аҙымдар алгоритмын билдәләү, сәләмәтлек торошо насарланғанда диспансер күҙәтеүе даталары араһында үҙ аллы анкета тултырыу һәм башҡа байтаҡ ғәмәлдәр. Өҫтәүенә Йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм акушер-гинекология хәүефенә идара итеү үҙәктәрен яңыртыу планлаштырыла.

Яһалма интеллект хеҙмәтләндереү сифатын күҙәтергә ярҙам итәсәк. Пилот проекты әле Өфөләге 43-сө поликлиникала һынау үтә. Медицина учреждениеһына урынлаштырылған камералар хәҙер хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙән тыш, ҡайһы бер процестарҙы анализлай ҙа ала. Улар учреждениеға нисә кеше килгәнен иҫәпләй, ҡайһы осорҙа пациенттар ағымының көслө булыуын асыҡлай, регистратураға, процедура кабинетына сиратты баһалай. Быларҙың барыһы ла ойоштороуҙы яҡшыртырға, дөрөҫ  ҡарар ҡабул итергә, оперативлыҡты арттырырға булышасаҡ.

Айрат РӘХМӘТУЛЛИН, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры:

– Мәҫәлән, һеҙ поликлиникаға килдегеҙ һәм регистратураға мөрәжәғәт иттегеҙ, ти. Һеҙҙең алда – бер администраторға биш-алты кешенән торған сират. Яһалма интеллект был хәлде “күрә” һәм “Инцидент” барлыҡҡа килә. Программа телеграмм-бот аша өлкән администраторға был хаҡта хәбәр итә. Әгәр ҙә уның кимәлендә билдәләнгән ваҡыт эсендә мәсьәлә хәл ителмәһә, яһалма интеллект был хаҡта тағы ла юғарыраҡҡа – баш табипҡа йәки уның урынбаҫарына хәбәр итә. Инцидент һаман да ябылмаһа, артабан хәбәр Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәренә еткерелә.

Заманса һанлаштырыу барышына ярашлы, ҙур проектты тормошҡа ашырҙыҡ – республикала Дистанцион нур диагностикаһы онкология үҙәге эш башланы. Үҙәк дистанцион аралашыу һәм телемедицина консультациялары ярҙамында һүрәттәрҙе уҡыу сифатын яҡшырта, диагностика тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләрендә хаталаныу хәүефен кәметә, онкологик профилдәге пациенттарҙы дауалауҙы контролдә тота.

Министрҙың әйтеүенсә, пациенттар медицина хеҙмәттәренең бер ни тиклемен ситтән тороп алһын өсөн “виртуаль поликлиника” концепцияһы индерелеүе уңышлы. Тәү сиратта һүҙ бында “табип - пациент” рәүешендәге телемедицина консультациялары тураһында бара. Бындай хеҙмәттән 13-сө ҡала клиник дауаханаһында файҙаланалар ҙа инде. Республикала “Һанлы ФАП” проекты уңышлы дауам итә. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарының 97 проценты интернетҡа тоташтырылған.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:

-Беҙ республикала планлы рәүештә ауыл ерҙәрендәге ФАП-тарҙы алмаштырыу буйынса эш алып барабыҙ. Дүрт йыл элек ауылда һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы менән ныҡлап шөғөлләнә башланыҡ, республикала 400-гә яҡын фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡәнәғәтләнерлек хәлдә түгел ине. Һәр береһен яйлап тәртипкә килтерә башланыҡ. Күптәрендә ҡорамалдар етешмәй ине, интернет булманы. Хәҙер республикала йыл һайын яңы ФАП-тар асыла, эшләгәндәре яңыртыла. Бер үк ваҡытта ҡатмарлы мәсьәлә – кадрҙарҙы йәлеп итеү хәл ителә.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Башҡортостан тәжрибәһе менән уртаҡлаша
Башҡортостан тәжрибәһе менән уртаҡлаша
Башҡортостан тәжрибәһе менән уртаҡлаша
Башҡортостан тәжрибәһе менән уртаҡлаша
Башҡортостан тәжрибәһе менән уртаҡлаша
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас