Башҡортостан - фельдшер-акушерлыҡ пункттары һаны буйынса илдә алдынғылар иҫәбендә. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Башҡортостанда бөтәһе 2 085 фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫәпләнә. 2019 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 433 модулле объект асылды. 2024 йылда 135 яңы пункт булдырыу күҙаллана, уларҙың 92-һе урынлаштырылған да инде. Ә 2025 йылда тағы 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты асырға ниәтләйҙәр.
Республикала һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға комплекслы ҡарайҙар. Министр үҙенең докладында медицина учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, шулай уҡ дауаханалар һәм поликлиникалар төҙөү һәм ремонтлау тураһында хәбәр итте.
– 2021-2023 йылдарҙа Башҡортостанда 17 яңы һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлгән, 66 учреждениеға капиталь ремонт үткәрелгән, – тине Айрат Рәхмәтуллин. – 2025 йылға пландарҙа – алты, шул иҫәптән өс балалар поликлиникаһын файҙаланыуға тапшырыу.
Беренсел медицина-санитар ярҙамы сифатын яҡшыртыу өсөн Башҡортостанда 2021 йылдан алып 558 автомобиль һәм 13 908 берәмек медицина ҡорамалы һатып алынған. Артабан поставкаларҙы ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” яңы милли проекты сиктәрендә етештереү күҙаллана.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры шулай уҡ 2024-2030 йылдарға Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу буйынса төбәк программаһын тормошҡа ашырыу хаҡында ла хәбәр итте. Мәҫәлән, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында, 2-се һәм 5-се балалар поликлиникаларында, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерында эштәр башланды. Яңыртыу берҙәм дизайн-проект буйынса капиталь ремонтты һәм медицина учреждениеларын техник йыһазландырыуҙы күҙ уңында тота.
Айрат Рәхмәтуллин үҙ сығышын тамамлап, һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереү тәү сиратта ғүмер оҙайлығын арттырыуға һәм республика халҡының медицина ярҙамы менән ҡәнәғәтлек кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән, тип билдәләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу программаһы сиктәрендә тәүге объектты 2024 йылдың октябрендә файҙаланыуға тапшырырға күҙаллауҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– 2030 йылға тиклем был программаға бөтәһе һигеҙ миллиард һум аҡса һалынды, – тине Радий Хәбиров. – Был Өфөгә ҙур ярҙам, тип иҫәпләйем.
Республика Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ауыр медицина техникаһы – МРТ һәм КТ эшен ойоштороу тураһында еткерергә ҡушты.
– 2018 йылдан Башҡортостан Хөкүмәте ауыр медицина техникаһы йәһәтенән ныҡ ҡына эшләгәйне. Уларҙың һаны бермә-бер артты, – тине Радий Хәбиров. – Уларҙың һөҙөмтәле эшләүе мөһим.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.