Сәләмәт булайыҡ
7 Сентябрь 2024, 17:30

Брәтәктә яңы ФАП үҙ ишектәрен асты

Унда йәш фельдшер Айзилә Фәхрийәнова эшләйәсәк.

Брәтәктә яңы ФАП үҙ ишектәрен астыБрәтәктә яңы ФАП үҙ ишектәрен асты
Брәтәктә яңы ФАП үҙ ишектәрен асты

Бөрйән районының Брәтәк ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы үткән.
Тантанала район хакимиәте башлығы Ғ. М. Манапов, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Т. Р. Насыров ҡатнашҡан. Улар барыһын да ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, яңы ФАП-тың ауыл халҡының сәләмәтлеген һаҡлауға, урындағы халыҡтың уңайлы шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамы аласағына ышаныс белдергән.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү, персонал өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Унда йәш фельдшер Айзилә Фәхрийәнова эшләйәсәк.Ике йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, йәш табип халыҡ һөйөүен яулап та өлгөргән.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән.

Фото һәм текст сығанағы: "Таң" гәзитенән

Брәтәктә яңы ФАП үҙ ишектәрен асты
Брәтәктә яңы ФАП үҙ ишектәрен асты
Брәтәктә яңы ФАП үҙ ишектәрен асты
Брәтәктә яңы ФАП үҙ ишектәрен асты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас