Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Сентябрь , 08:00

Әсәйем ошо мәлдә гел сөгөлдөр кеүәҫе эсә ине...

Ул уны теүәл бер ай эсә һәм ошо ваҡыт ҡанды таҙартырға тулыһынса етә, ти торғайны. Уның рецебын һеҙгә лә тәҡдим итәм. 

Әсәйем ошо мәлдә гел сөгөлдөр кеүәҫе эсә ине...
Әсәйем ошо мәлдә гел сөгөлдөр кеүәҫе эсә ине...

"Август-сентябрь тирәһендә әсәйем йыл һайын сөгөлдөр кеүәҫе яһап, бер ай дауамында эсә ине. Әле уның рецебы буйынса мин дә яһаным. Сөгөлдөрҙөң витаминдарға иң бай, файҙалы сағы, ҡанды таҙартыр өсөн бик ҡулай. 

Бер баш сөгөлдөрҙө өспочмаҡҡа тураған кеүек итеп турап, 3 литрлы банкаға һалырға. Шуға 20-30 бөртөк йөҙөм емеше, ярты лимонды турап өҫтәргә һәм ҡайнаған һыу ҡойорға. Һыу йылымысланғас (эҫе булмаһын), бер аш ҡалағы бал, бер семтем сүпрә (ҡомалаҡтыҡы булһа, тағы ла яҡшыраҡ) өҫтәп, ҡаплап ҡуйырға. 

Иртәгәһенә үк яртышар стаканлап эсә башларға. Эшләп, эсеп ҡарағыҙ әле, дуҫтар! Сәләмәт булығыҙ!" - тип яҙҙы Вәсимә апай. 

Фото: Вәсимә апайҙың шәхси альбомынан. 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: