2021-2023 йылдарҙа республикала 17 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды. Быйыл Кушнаренко ауылында поликлиника төҙөлөшө тамамлана.
Өс йылда, 2021-2023 йылдарҙа, 66 һаулыҡ һаҡлау объектында капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Ә киләһе йылда йәнә алты поликлиниканы сафҡа индереү планлаштырыла.
2023 йылдан Өфө поликлиникаларын модернизациялау программаһы ғәмәлгә ашырыла. Ремонтҡа һигеҙ миллиард һум бүленгән. 2019 йылдан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса 433 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. 2024 йылдың аҙағына тиклем – 135, 2025 йылға тағы 134 конструкция төҙөү күҙаллана.
Шулай уҡ “Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты” проекты бойомға ашырыла. Ул илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Бөгөн медицина пункттарының 97,3 процентында интернет бар, уның ярҙамында телемедицина консультациялары үткәрергә, ЭКГ һөҙөмтәһен ебәрергә, электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын һәм электрон рецепт яҙып бирергә мөмкин.
2021 йылдан медицина ойошмаларына 558 берәмек автотранспорт һәм 13 908 берәмек медицина ҡорамалы һатып алынды.
“Халыҡ һаулығы - һәр саҡ беренсе урында. Һәр ваҡыт шулай булыр”, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Күптән түгел Красноусол дауаханаһына ла өр-яңы “Лада-Гранта”лар тапшырылды. Заманса йыһазландырылған автомобилдәрҙең икәүһе дауахананың ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренең эшендә бик ҙур ярҙамсы буласаҡ, берәүһе Сәйетбаба ауыл табиплыҡ амбулаторияһына тапшырыла. Машиналар билдәле бер категория пациенттарҙы, шул иҫәптән аҙ хәрәкәтләнгән кешеләрҙе Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларының медицина ойошмаларына тикшереүҙәр һәм медицина процедуралары үткәреү, участка терапевтарын һәм тар белгестәрҙе өйҙә хеҙмәтләндереү, тикшереү өсөн биоматериалдар йыйыу һәм килтереү һәм беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеүҙең башҡа төрҙәре өсөн файҙаланыла.
“Яңы автомобилдәр ярҙамында ярҙам саҡыртҡан пациенттарға тиклем юл ваҡытын ҡыҫҡартыу мөмкин буласаҡ. Был бигерәк тә алыҫ ауылдарҙа йәшәүсе ауырыуҙар хаҡында һүҙ барғанда мөһим”, – тип билдәләне Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов.
Транспорт саралары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙа беренсел звеноны модернизациялау” программаһы сиктәрендә федераль һәм республика аҡсаһы ярҙамында һатып алынған.
Башҡортостан Хөкүмәте иңендәге өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе – халыҡ һаулығын һаҡлау һәм нығытыу, шулай уҡ ғүмер оҙайлығын арттырыу. Былтыр Башҡортостанда көтөлгән ғүмер оҙайлығы иһә 73 йыл тәшкил итте, ә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес – 72 – 76 йыл. 2022 йылда республикала дөйөм үлем кимәле 26,8 процентҡа кәмегән, сабыйҙар үлеме бары 4,2 промилле тәшкил иткән.
Ғүмер оҙайлығын артабан арттырыу өсөн халыҡтың барлыҡ йәш категорияларында ла үлем кимәлен кәметергә кәрәк. Был маҡсат “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында асыҡ билдәләнгән. Көтөлгән ғүмер оҙайлығы күрһәткестәренә өлгәшеүҙә вакцина яһау, диспансерлаштырыу булышлыҡ итә. Амбулатор-поликлиника селтәрен киңәйтеү, заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү халыҡтың дауаланыуға мөмкинлектәрен арттыра.
ФЕКЕР
Хәкимйән СӘФӘРҒОЛОВ, Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы:
- Һуңғы йылдарҙа медицинаға ҙур иғтибар бирелә. Төрлө программалар, проекттар ярҙамында һаулыҡ һаҡлау өлкәһе медицина кадрҙары, ҡорамалдар, төпкөл ауылдар модулле ФАП-тар менән тулыландырыла. Улар араһында “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһының “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты, “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары. Быйыл
“Ауыл табибы” программаһына ярашлы, районыбыҙҙың һаулыҡ һаҡлау системаһы беҙҙә үтә лә кәрәкле тәжрибәле һәм йәш табиптар (табип-рентгенолог, фтизиатр, эндоскопист, терапевтар, балалар табип-стоматологы) менән тулыланды, шулай уҡ “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса ике фельдшерҙы эшкә ҡабул иттек, ФАП-тарҙа йәнә биш фельдшер эш башланы. “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһының “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса быйыл районда өр-яңы дүрт модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары ;афури районының Туғай, Бурлы, Ибраһим, Ҡарағай ауылдарында асылды. Йәмғеһе 12 булды, киләһе йылға йәнә һигеҙҙе асыу планлаштырыла.
Фотолар: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.