...Ҡартая килә һыу эсеүҙең мөһим икәнен бер тарих аша яҙып китәм. Ҡасандыр йога студияһына бергәләп йөрөгән, йәше 70-те уҙып барған әсәһе менән йәшәгән ҡатын-ҡыҙ шылтыратты: “Зәүхиә апай, әнейем янына килеп кит әле. Мине һуңғы ваҡытта уның хәле бик борсой башланы. Әллә ниндәйгә әйләнде. Башы эшләмәй кеүек”.
Башына ап-аҡ яулыҡ бәйләгән бәләкәй генә кәүҙәле, йыйнаҡ ҡына апай менән башта доғалар уҡып алдыҡ. Ике ҡулын тубыҡтарына ҡуйып, сабырлыҡ, мөләйемлек менән һүҙ башланы: “Күҙҙәрем йүнләп күрмәй башланы. Ҡолаҡтарым бөтөнләй ишетмәй түгел, әммә ҡатыланды. Ултырып тороуҙы ла белмәй инем, хәҙер көскә ҡуҙғалып китәм. Бирештем нишләптер. Көҙгөгә ҡарарға ҡурҡам, тартышып киттем, тәнем дә зыңлап тора ҡороған ағас кеүек”, - тине ул.
Мин апайҙы һөйләндерә торғас, ул йәш саҡта клубҡа уйынға йөрөгәндәрен, буласаҡ ире менән танышҡанын, уның ике йыл артынан йүгергәнен ҡыҙыҡ итеп һөйләне. Асылып китте, яулығын һалып, йәш саҡта оҙон толомло булған сәстәрен күрһәтте. Шунан: “Тағын йәшәргә ине бер аҙ, тик көҙгө үлән кеүек кибеп барам. Ҡыҙым, һыу етмәй һиңә, ти ҙә. Бәҙрәфкә йыш йөрөгөм килмәй шул. Төнгөлөккә бөтөнләй эсмәйем”, – тине.
“Ҡулдан килгән хәтлем витаминдар эсерәм, төрлө файҙалы БАД-тар ҙа ҡушам. Массаж яһайым, аҙна һайын мунса яғабыҙ. Нишләптер әллә ни алға китеш юҡ. Киреһенсә... Башҡа төрлө уйҙар килә. Ҡолаҡҡа ҡатыланды, күҙҙәре насарайҙы, тубыҡтары насар бөгөлә башланы. Массаждан һуң иҙрәп йоҡларға тейеш бит инде. Йоҡлап китә алмай интегә”, – тип һөйләне ҡыҙы.
Барыһын да ҡыҙынан һораша торғас, шул асыҡланды. Әсәһе һыуҙы бик әҙ эсә. Көнө буйына бер нисә сынаяҡ ҡаты итеп яһалған һөтлө сәйҙән башҡа һыу эсеү юҡ дәрәжәлә.
“Бәҙрәфкә йыш йөрөргә кәрәк, һыу эсһәң, ти ҙә ҡуя. Йога буйынса инструктор бер килограмм ауырлыҡҡа иң кәмендә 30 миллилитр һыу эсергә кәрәк тигәс, мин үҙем шул нормаға яйлаштым. Мин дә әҙ эсә инем. Тамаҡ янып тора башлағас, УЗИ үткәйнем. Үтең ныҡ ҡуйы, сыға алмай йүнләп, бауырыңда йыйыла, шунан ҡанға тарала, ҡан аша – тәнгә, тине табип. Шуның әсеһе тамаҡ төбөнә ултыра икән. Ни өсөн үт ҡуйы була, тигән һорауға яуапты эҙләп таптым. Һыуҙы әҙ эскәнгә. Ысынлап та, бер ай тирәһенән тамаҡ төбөндәге әсе тәм бөттө. Ә әнейем кискә табан хатта сәй ҙә эсмәй. Бәҙрәф өйҙә бит, әней, урамға йөрөргә кәрәк түгел, тим. Юҡ, киреләнә, эсмәй. Тыңлата алмайым. Ә уларҙың тоҡомо ныҡтар. Әнейе 90-ды үтеп вафат булды, хәтәр теремек ине. Әнейгә ҡарайым да аптырайым. Кипкәндән-кибә бара. Бите киптерергә тарттырып ҡуйған тире кеүек тартышып ҡатып бара. Хәтере ныҡ насарланды”, – тине ҡыҙы.
Был апай менән ике сәғәттән артыҡ һөйләшеп ултырғанбыҙҙыр. Мин уға һыу эсмәүҙең тән өсөн ни дәрәжәлә зыянлы икәнен фәнни яҡтан да, ябай ғына һүҙҙәр менән дә аңлатырға тырыштым.
Апай менән һөйләшкән ваҡытта уның тураһында ҡыҙы, үҙе әйткән репликаларҙы яҙып, уларға аңлатма биреп барҙым һәм уларҙы һеҙгә лә тәҡдим итәм. Был яҙмам кемгәлер яҡты Ер йөҙөндә сәләмәт тәндә йәшәргә ярҙам итһә, мин юҡҡа яҙманым тиермен.
“И-и-и, ҡыҙым, күҙҙән йәштәр ҙә сыҡмай башлай икән ҡартая килә. Элек әҙ генә күңелем тулһа ла, тупырҙап йәш тама ине, хәҙер илайым тиһәм, эстән генә һыҙылып китәм дә йәш сыҡмай”, – тигәйне апай.
Күҙ йәше нимәнән тора? Әскелт һыуҙан. Һыуҙы бары тик һыуҙан алып була.Тимәк, күҙ йәштәре булһын өсөн, күҙҙәргә һыу барырға тейеш. Ә һыуҙы еткәнсе эсмәгәс, ул нисек барлыҡҡа килһен? Илайым тиһәң дә, бары тик эстән яныу, һыҡраныу ғына була. Йүнләп күҙ йәше лә сыҡмай. Улай ғына ла түгел, капиллярҙар, лимфа, ҡан юлдары аша күҙгә ҡан, һыу менән бергә туҡланыу килә, улар күреү һәләтен тәьмин итә, күҙгә ҡорорға, кибергә бирмәй, уны йыуып, эстән дым, сафлыҡ биреп, күҙ сирҙәренән һаҡлап тора икән, ул процесс та туҡтай башлай.
“Ятһам, ултырһам, тороп китеүе ныҡ ауырлашты, шулай уҡ йөрөгәндән һуң ятыуы, ултырыуы ҡыйынлыҡ менән бирелә. Умыртҡа һөйәге, ятҡас, бер аҙға хәтле һыу ташый торған көйәнтә кеүек кәкрәйеп тора кеүек. Бер аҙ әйләнеп-тулғанғас ҡына тура ята алам”, – тип тә зарланды апай.
Һыуҙы әҙ эсеү, бөтөнләй эсмәү арҡаһында 70-те уҙған апайҙа ғына түгел, йәштәрҙә лә ундай күренештәр хәҙер бар. Ул хәтлем дәрәжәлә булмаһа ла. Ни өсөн хәрәкәтләнеү ауырлаша, тән бөгөлөү-һығылыу халәтен юғалта бара? Ҡартая барған һайын тән йоҡара, тире шәлпәйә, ағзалар функцияһы әкренәйә, һүнә бара. Ә һыуҙың тәнебеҙҙә бөтөн йәшәү процестарында ҡатнашҡанын күҙ уңында тотһаҡ, беҙ “процесс угасания организма” тигән халәтте тиҙләтәбеҙ.
Кемдер һөйәктәрҙе һыуһыҙ, ҡаты тәндең өлөшө тип уйлай, һөйәктә һыу юҡ тип хаталана. Алайыҡ иң төп бағананы – умыртҡа бағанаһын. Ул турая ла, ауыша ла, бөгөлә лә, Ян-яҡҡа эйелә лә алырға тейеш.Ул процесты туҡтатыуы бик тиҙ, һыу һәм кәрәкле туҡланыу килмәһә. Ике умыртҡа араһында диск бар. Көнө буйы дисктар умыртҡалыҡтан һыу, май, минералдар, аҡһым, һ.б. кәрәкле туҡланыу ала.
Һыу етешмәһә, туҡланыу әҙ, умыртҡа һөйәге шарт-шорт килә, кәрәкле хәрәкәттәр яһай алмай башлай. Кәкрәйеү – сколиоз, бүҫер, ҡыҫылыу, иң ҡурҡынысы – онталыу, һыныу ҙа башлана. Йәки бөтөнләй ҡатып ҡала. Бына шулай көнгә бер нисә стакан һыу эсергә теләмәү, йыбаныу, бүтән мөһим эштәрҙе үҙеңдең һаулығыңдан өҫтөн ҡуйыу күңелһеҙ күренештәргә еткерә. Һыу эсеүҙән туҡтау – ғүмер шәменең һүнә башлауының башы.
“Ауыҙҙан тәмһеҙ еҫ килеп аптырата. Күрше-тирә, туғандар килһә, йыраҡҡараҡ ултырам, ҡыйынһынам”, – тине әңгәмәсем.
Әлбиттә, ауыҙҙан еҫ килеүҙең сәбәбе ике генә - ашҡаҙанда сереп ятҡан ризыҡ йәки боҙоҡ теш. Беҙҙең бөгөн ашаған ризыҡ ашҡаҙанда төнгә ҡалып серемәҫкә, ризыҡ көн дә иртәнсәк йыуылып сығырға, эсәктәрҙә миссияһын үтәгәс, йәки беҙгә кәрәкле микро- һәм макроэлементтарҙы биргәс, тәнде туҡландырғас, сығып китергә тейеш. Ә сереп, ҡатып, эсәктәргә йәбешеп, беҙҙе ағыулап, ҡан аша шлак булып һурылып ятырға түгел. Шулай булмаһын өсөн нимә кәрәк? Һыу, һыу, һыу...
Бер генә ғалим да самаһыҙ, теләһә ҡайһы ваҡытта һыу эсергә өндәмәй. Ишеттем дә ваҡытлы-ваҡытһыҙ һыу эсә башланым түгел. Ашаған һайын һауыт-һабаны йыуған кеүек, ашҡаҙанды ла иртәнсәктән йылы һыу менән йыуып ебәреү мөһим, көндөҙ ҙә ашар алдынан йыуыу һәйбәт. Әсеп, зыян һалып ятҡан ҡалдыҡ ризыҡ сығып китеп тора, ашҡаҙандың, эсәктәрҙең стеналары йәбешеп, һылашып, ҡанға һурылып торған шлактан азат. Ашаған ризыҡ сереп, әсеп ятҡаны менән буталмай. Еңел эшкәртелә, ағзалар ауырлыҡ кисермәй. Иң мөһиме ауыҙҙан да еҫ килмәй.
“Аяҡ быуындары ауыртып, насар бөгөлә, һыҙлай башланы. Поликлиникаға барып тикшерелгәс, “деформирующий артрит” тинеләр. Төрлө дарыуҙар эсте, уколдар яһатты. Тик алға китеш булманы. Эшләгән ойошмаһы һәйбәт, пенсионерҙарға путевка бирәләр. Күрше ҡалала нәҡ уның сирен дауалай торған шифахана бар. Барырға тип анализ биргән инек, гемоглобин түбән булды. Бер йыл кимәлен күтәрә алмайбыҙ. Тимерҙе күтәрә торған препараттар, БАД-тар ҙа эсерәм. Аяҡ дауаларға барып булманы, тик гемоглобин да әллә ни күтәрелмәй. Аптыраған”, - тип һөйләне ҡыҙы.
Аяҡ – беҙҙең тәндең йөрөткән, хәрәкәтләндергән өлөшө. Аяҡ булмаһа, килеп етер таяҡ! Ә һыу ниндәй роль уйнай аяҡтарҙың сәләмәт булыуында? Иң мөһим роль тиергә була. Быуындарҙы тәгәрмәстең күсәре тиергә була. Әгәр ҙә күсәр тейешенсә майланмаһа, төҙөк булмаһа, яҡшы материалдан яһалмаһа, тәгәрмәс ( аяҡтар) һәйбәт әйләнмәй, йөрөмәй, арба ( кәүҙә) алға бара алмай, ауырға, туҡтап ҡалырға, һынырға мөмкин. Быуындарҙа тәүлек әйләнәһенә барған процестарҙың береһе лә һыуһыҙ эшләмәй, береһе генә үтәлмәһә, сир “һә” тигәнсә килеп етә. Шешеү, зыянлы бактериялар үрсеү, ҡабарыу, йөрөргә ҡамасаулай торған ҡаты төйөрҙәр барлыҡҡа килә.
Мәҫәлән, быуындарға кәрәкле БАД-тар эсәбеҙ ти. Тик һыуҙы әҙ эскәс, ул быуындарға барып етеү түгел, эсәктәрҙә лә йүнләп тарҡалмай. Һыу етешмәгәс, үт тейешенсә сыҡмай. Үт эсәктәргә сыҡмағас, БАД та, башҡа ризыҡтар ҙа етешле кондицияһына барып етә алмай, тарҡалмай. Ә бит нескә генә капиллярҙар, ҡан юлдары аша үтеү өсөн улар наноөлөштәргә (йәки бик ваҡ өлөштәргә тарҡалырға тейеш). Беҙҙең аҡса түгеп һатып алған БАД-тар шулай быуындарға барып етмәй.
Бер ҡатын-ҡыҙ: “Бер таc БАД эскәнмендер, кешегә алдап ҡына һаталар, бер файҙаһын күрмәнем”, – тине. “Ә көндәлек һыу эсәһеңме?” тип һорағас, “причем бында һыу, мин һыу эсергә яратмайым. Сәй, ҡәһүә эсәм”, – тине. БАД-тарҙың да һыуһыҙ файҙа бирмәгәнен схемалар һыҙып аңлатып, көскә төшөндөрҙөм.
“Ҡыҙым клизма яһап ҡына ҡотҡарып тора. Аҙнаға бер башҡара башланым оло ярауымды. Оят булһа ла һөйләйем инде. Интегеүҙәремде үҙем генә беләм. Ҡайһы берҙә үлемем тиҙерәк килеп етһен инее, тип тә уйлап ҡуям”, – ти апай.
Эс ҡатыу. Бөгөн был күренеш бер был апайҙа ғына түгел. Төрлө иң көслө ауырыуҙарҙың сәбәбе – эс ҡатыу! Ундай күренеш булғанда иң беренсе етерлек һыу эсәмме, күпме, ҡасан тип уйланырға кәрәк. Интернетта яуап күп, уҡып, үҙеңә тейешлеһен ҡулланырға ғына кәрәк. Иртәнсәк йоҡонан уянғас, бер-ике, хатта өс стаканға хәтле таҙа һыу эсергә. Интервал менән. Һеңеп бара, бөтә ағзалар уяна, битте йыуған һымаҡ йыуына, дымлана, тейешле вазифаһын үтәргә әҙерләнә. Бер ризыҡ ҡабул итеү менән икенсеһе араһында кәмендә өс сәғәт ваҡыт була. Ҡап уртаһында йәки, өлгөрмәһәң, ашарға берәр сәғәт ҡала, ашағас сәғәт ярым йәки ике сәғәттән һуң йылы, йәки эҫерәк һыу эсеү файҙалы ти бөйөк ғалимдар.
Һыу эсмәү һәм эс ҡатыу араһында ниндәй бәйләнеш бар? Туп-тура. Эсәктәрҙә бер туҡтауһыҙ һеңдереү процесы бара. Йәки беҙҙең организм эсәктән үҙенә тейешле компоненттарҙы һура, кәрәкле туҡланыу ала, тик ул ризыҡ тейешенсә дымлы булырға тейеш. Ризыҡ ашаныҡ ти, уның һыуын тәнебеҙ һура, ул ризыҡ массаһы кибә, ҡатылана. Эсәктәр уны этәрә алмай, ҡалдыҡ ризыҡ беҙҙе ағыулап ята.
Мәҫәлән башҡа һыу етмәне ти. Деменция, мигрень, хәтер насарайыу, йоҡлай алмау, инсульт кеүек сирҙәр башлана...
...Аҡ яулығын башына бәйләп ултырған был апай әле әнейемде, әле тыуған ауылым инәйҙәрен хәтерләтте. Эштән ҡурҡмаған, саф күңелле, ихлас итеп тормошто һөйгән, бер туғандай дуҫ, берҙәм йәшәгән быуын сылбырының бер вәкиле асылғандан-асыла барҙы. Йәш сағындағы ҡыҙыҡлы хәлдәрен һөйләгәндә йөҙө яҡтырып, һырҙары яҙылып китте. Барыһын да ентекләп, ябай итеп аңлатыу, ҡыҙыҡлы, йылы әңгәмә ҡороу апайҙы дәртләндереп ебәрҙе. “Ҡыҙым, бер сынаяҡ йылы һыу алып кил әле, эсеп булырмы икән? – тине ул.
Мин апайға һыуҙы ашыҡмайынса ғына, тәнде күнектерә барып эсергә өйрәнергә кәрәклеген аңлаттым. Бәҙрәфкә барыу ҙа проблема булмаясаҡ, баштараҡ йышыраҡ йөрөргә тура килер, әлбиттә. Тик һыу тәндә үҙенең юлын тапҡас, эскән һыу тәнгә лә, ағзаларға ла тейешле һеңә башлағас, йыш йөрөү кәмейәсәк.
Апай бер стакан һыуын йотомлап эсә-эсә тыңланы. Әллә һыу тәьҫир итте, күҙҙәре нурланып, йөҙө алһыуланып китте. “Ҡара, эҫеләнеп киттем. Арҡама тир бәреп сыҡты. Күптән улай булғаны юҡ ине”, – тине.
Зәүхиә Низамиеваның (Ҡәҙербәкова) яҙмаһынан ҡыҫҡартып әҙерләнде. Сығанаҡ: https://vk.com/id314712617?w=wall314712617_6206%2Fall
https://vk.com/id314712617?w=wall314712617_6253%2Fall
Нәсих Хәлисов фотоһы.