Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Сентябрь , 19:00

Ковид әүҙемләшә

Был вирус сирҙе үткәргәндәр өсөн дә, прививка яһатҡандар өсөн дә хәүефле. Һаҡланығыҙ!

Ковид әүҙемләшә
Ковид әүҙемләшә

Ковидтың яңы штамдары бик йоғошло һәм иммунитетты урап үтеүсән. Тап ошо сифаттары сир үҫешенең сәбәптәре булып тора ла инде. Был хаҡта Республика йоғошло сирҙәр дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән интервьюһында һөйләне.

Етәксенең әйтеүенсә, вирустың иң йоғошло штамдары – “омикрон”дың бер төрө FLIRT – әүҙемләшкән. Был вирус сирҙе үткәргәндәр өсөн дә, прививка яһатҡандар өсөн дә хәүефле.

Шуға күрә күптәрҙең йәйге ялы тамамланыу, балаларҙың мәктәпкә, балалар баҡсаһына китеүе менән, көндәрҙең йылы тороуына ҡарамаҫтан, сирҙәрҙең әүҙемләшеүе һиҙелә. Бәхеткә, ауырыуҙарҙың күпселеге ковидты еңел үткәрә, тик шулай ҙа уның “мәрхәмәтлегенә” ышанырға, сирҙе аяғөҫтө үткәрергә ярамай, тип киҫәтә табип.

Сентябрҙең тәүге аҙнаһында Рәсәйҙә ковид диагнозы ҡуйылған 3166 кеше дауаханаға эләккән. Был унан алдағы аҙнаға ҡарағанда ете процентҡа күберәк тигән һүҙ.

20 505 ауырыу һауыҡҡан һәм 34 кеше вафат булған.

Фото: https://ufa.rbc.ru/ufa/24/01/2021/600d40119a79479ff2324392

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: