Ҡан баҫымы юғары булғанда, гиповитаминозда, һыуыҡ тейҙереп ауырығанда уның кипкән япрағынан сәй файҙалы. Яңы өҙөлгәнен тәмләткес үлән һымаҡ ашҡа ла һалып ебәрергә була.
Һырғанаҡ япрағы төнәтмәһен быуындар һыҙлағанда ла ҡулланырға ярай. (Бер ҡалаҡ ваҡланған япраҡҡа бер стакан һыу ҡойоп 10 минут ҡайнатырға ла көнөнә яртышар стаканлап ике тапҡыр эсергә).
Гиповитаминоздан файҙалы. 5 г ҡоро япраҡты бер стакан һыу ҡойоп ҡайнатып эсергә.
Ашҡаҙан-эсәк буйы үҙен һиҙҙертеп торһа, шулай уҡ япрағын, хатта ботағының төнәтмәһен эсергә лә була.
Тире ауырыуҙары йонсотһа, ваннаға ботағының төнәтмәһен һалып ятыу хәлде бермә-бер еңелләштерә.
Һырғанаҡ емешендә һәм япрағында кумарин тигән матдә бар, ул ҡан тамырҙарында тромбтар барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай.
Һыуыҡ тейҙергәндә, япрағын төнәтмә итеп ҡулланырға мөмкин.
Стоматит һәм периодонтитты дауалағанда ла һөҙөмтәле.
Шәкәр диабетын иҫкәртергә, анемияла, атеросклерозда ла япрағының сәйен эсеү файҙаға.
Бындай сәй холестирин юғары булғанда һәм тән ауырлығын кәметергә лә ярҙам итә.
Фото:автор.