Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Сентябрь , 16:00

Донорҙар яңы статус ала

Бөгөн республикала 32 меңдән ашыу ҡан һәм уның компоненттары  доноры иҫәпләнә.

Донорҙар яңы статус ала
Донорҙар яңы статус ала

 Башҡортостанда ҡан донорҙарын ирекмәндәргә тиңләштерәсәктәр. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин белдерҙе.

Етәксенең әйтеүенсә, был ҡарар федераль кимәлдә ҡабул ителгән. Документ ирекмәндәр өсөн тәғәйенләнгән ярҙам сараларынан (сығымдарҙы ҡаплау, түләүҙәр алыу һ.б.)файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк.

“Башҡортостанда донорҙар хәрәкәте бик көслө. Бөгөн 32 меңдән ашыу ҡан һәм уның компоненттары  доноры иҫәпләнә. Был республикала йәшәгән, башҡалар яҙмышына битараф булмаған халыҡтың һәм Ҡан хеҙмәтенең оло ҡаҙанышы”, – тине Максим Забелин.

 Фото: https://vk.com/yadonorufa

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: