Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Сентябрь , 07:00

Йыш-йыш түбәндәге күнегеүҙәрҙе эшләп тороғоҙ

Ошо күнегеүҙәрҙе йыш-йыш ҡабатлап тороу, белгестәр кәңәше буйынса, һаулыҡты нығыта, ғүмерҙе оҙайта, тирене яҡшырта. Һәр кем булдыра алырлыҡ эш. Башланыҡ!

Йыш-йыш түбәндәге күнегеүҙәрҙе эшләп тороғоҙ
Йыш-йыш түбәндәге күнегеүҙәрҙе эшләп тороғоҙ

Ошо күнегеүҙәрҙе йыш-йыш ҡабатлап тороу, белгестәр кәңәше буйынса, һаулыҡты нығыта, ғүмерҙе оҙайта, тирене яҡшырта. Һәр кем булдыра алырлыҡ эш.

1.Сәсегеҙҙе йыш-йыш тарап алығыҙ.

Бының өсөн бармаҡтарығыҙҙы файҙаланығыҙ. Сәсте маңлайҙан артҡа ҡарай яй һәм йомшаҡ хәрәкәттәр менән тарарға кәрәк. Түҙемлегегеҙ етһә, 100 тапҡыр ҡабатлағыҙ. Былай эшләү баштың энергетик нөктәләрен ҡуҙғытып ебәрә, баш ауыртыуын баҫа, күреү һәләтен яҡшырта, ҡан баҫымын түбәнәйтә. Күнегеүҙе иртән эшләү һөҙөмтәлерәк.

2.Битегеҙҙе һыйпағыҙ.

Усты ышҡып йылытып, биткә яҡын килтерегеҙ, урта бармаҡтар танау ҡырына тейеп торһон. Йомшаҡ һәм талғын хәрәкәттәр менән өҫкә маңлай яғына, артабан сикәгә табан һыпырығыҙ. Был күнегеүҙе иртән 30 тапҡыр эшләргә – баш асылып китә, ҡан баҫымы төшә, һырҙар яҙыла.

3.Күҙҙәргә күнекмә.

Башты бормай ғына күҙҙәрҙе 14-әр тапҡыр тәүгә уң яҡҡа, шунан һул яҡҡа йөрөтөгөҙ. Бер нисәне ныҡ итеп йомоп ҡапыл асығыҙ.

4.Ҡолаҡтарға һуғып алыу.

Ҡолаҡты ҡаплап 12 тапҡыр урта бармаҡ менән соңҡаға һуғығыҙ. Шунан һуҡ бармаҡты урта бармаҡ өҫтөнә ҡуйып тағы 12-не һуғығыҙ. Быны иртәнсәк йәки арығанда эшләргә мөмкин. Күнегеү ҡолаҡ шаулағанда, баш ауыртҡанда ярҙам итә. Ишетеү сифаты ғына түгел, хәтер ҙә яҡшыра.

5.Эстәге торғон һауаны тышҡа сығарығыҙ.

Һулышты бер аҙға туҡтатып, күкрәкте һәм эсте һауа менән мөмкин тиклем тултырырға ла, башты өҫкә ҡарай күтәрә биреп, эстәге тынды ауыҙҙан яйлап ҡына сығарырға. Күнегеүҙе  5-7 тапҡыр ҡабатлағыҙ.

6.Эсте һыйпау. Усты ышҡып йылытып, уң ҡулды һулы (ирҙәр киреһенсә һулын - уңына) өҫтөнә ҡуйып кендек тапҡырына ҡуйығыҙ ҙа сәғәт телдәре ыңғайына 36 тапҡыр һыйпағыҙ. Радиусты киң итеп алып, тарайта барығыҙ. Аш һеңдереү эшмәкәрлеге яйға һалына.

7.Тәнегеҙҙе йыш һыйпағыҙ.

Усты алдан йылытып үҙегеҙҙе һыйпағыҙ: түбәнән башлағыҙ, шунан - бит, яурын, ҡулдар, күкрәк, эс, бил, аяҡтарҙы.Ҡан йөрөшө яҡшыра, кәйеф күтәрелә, тимәк, һаулыҡ нығына.

Ләйсән Үтәғолова фотоһы.

 

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: