Иртән торғас та эсәк буйын таҙартыу өсөн йылы һыу эсегеҙ. 15 минуттан - йәшел йәки үлән сәйе. Тағы 10-15 минуттан туйғансы ашағыҙ.
Аппетит булмағанда, ауырығанда, кәйеф юҡта, асыулы саҡта көсләп ашамағыҙ. Ундай ваҡытта эсәклек ҡыҫылған була, тимәк, яҡшылап эшкәртә алмай.
Аш эшкәртеү ауыҙ ҡыуышлығында уҡ башлана: аҙыҡты оҙаҡ итеп сәйнәргә кәрәк. Әгәр ҙур-ҙур киҫәк итеп йотҡанда, аш эшкәртеүҙә проблемалар башлана. Ҡабаланғанда еңел үҙләштерелә торған, шыйыҡ аҙыҡ менән туҡланырға мөмкин.
Эсәклек бысранғанда үҙ функцияһын үтәй алмай башлай һәм токсиндар ҡанға үтеп инеп, бөтә организмға тарала. Шуның өсөн көн дә 1,5 -2 литр таҙа һыу эсегеҙ һәм күберәк күҙәнәкле аҙыҡ ашағыҙ. Йә булмаһа, эремсек һыуы эсергә була.
Файҙалы микрофлора булмай тороп эсәклек яҡшы эшләй алмай. Шуның өсөн көн дә яңы ҡатыҡ, ойотҡан ҡулланыу ыңғай йоғонто яһай.
Эс һәм арҡа мускулдары ҡатнашлығындағы етеҙ хәрәкәтле физик күнегеүҙәр эсәк буйын таҙартырға ныҡ ярҙам итә.
Таҙарыныу өсөн түбәндәгесә салатты ҡулланырға мөмкин: ул ҡырылған берәр сей сөгөлдөр, кишер һәм бер нисә кәбеҫтә япрағы, ваҡ туралған яңы өҙөлгән йәшел ҡыяҡлы тәмләткес үләндәр, бер нисә тамсы лимон һуты, бер балғалаҡ зәйтүн майы, бер ҡалаҡ һыуҙы болғатып яһала.
Сәләмәт булығыҙ!