Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
29 Сентябрь , 20:00

Аяҡтар арыһа...

Ошо ябай ысул ярҙам итергә тейеш. 

Аяҡтар арыһа...
Аяҡтар арыһа...

Тормош бик шәп алға бара. Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөгә тура килә. Әлбиттә, ҡайтҡас аяҡтарҙа ауырлыҡ, арыу тойғоһо була.

Арыған аяҡтарға ҡул аҫтындағы саралар ярҙамында ла хәл индереп була. Бының өсөн 1 стакан көнбағыш майында 1 сәй ҡалағы тоҙҙо иретергә кәрәк. Кисен уны аяҡ табандарына һәм балтырҙарға яҡшылап ышҡып, массажлағыҙ. Шунан аяҡҡа полиэтилен пакет өҫтөнән йылы ойоҡбаш кейеп, 30–40 минут тотоғоҙ ҙа ҡайнар һыу менән йыуып, йоҡларға ятығыҙ.

Халыҡ медицинаһы сараларын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Фото: "Бәйләнештә".

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: