Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Сентябрь , 17:45

170 мең кешене тикшергәндәр

Һаулыҡ поездарында эшләгән осорҙа табиптар 169 408 ҡабул итеү, 41 430 тикшереү үткәрҙе, социаль әһәмиәтле сирҙәргә шик тыуҙырҙы.

170 мең кешене тикшергәндәр
170 мең кешене тикшергәндәр

Башҡортостанда йыл һайын үткәрелеүсе «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы тамамланды. Һаулыҡ поездарында эшләгән осорҙа табиптар 169 408 ҡабул итеү, 41 430 тикшереү үткәрҙе, социаль әһәмиәтле сирҙәргә шик тыуҙырҙы.

Мобиль медицина комплекстары республиканың 55 муниципалитетында булды. Акцияла Республика клиник дауаханаһының күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, флюорографтар, маммографтар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм диагностика комплекстары ҡатнашты. Бригадалар составында төрлө һөнәр табиптары: терапевтар, хирургтар, гинекологтар, онкологтар, кардиологтар, офтальмологтар, урологтар, неврологтар, стоматологтар, эндокринологтар эшләне.

- Республика халҡының 40 проценты самаһы ауыл ерендә йәшәй. Сифатлы һәм ваҡытында медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге улар өсөн бик мөһим. Акция үткәреү был мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә, хроник йоғошло булмаған ауырыуҙарҙы һәм уларҙың үҫешеү хәүефе факторҙарын иртә асыҡлауға булышлыҡ итә, - тип билдәләне Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.

Пациенттарҙа социаль әһәмиәтле сирҙәргә 4 197 шик асыҡланған, шул иҫәптән 196-һы - яман шешкә, 716-һы - шәкәр диабетына, 11-е - туберкулезға, 3 276-һы - юғары ҡан баҫымына бәйле ауырыуҙарға.

Республика клиник дауаханаһы белгестәре 6 866 кешене ҡабул иткән, шуларҙың 789-ы - тикшереүгә, тағы 106-ҙы дауаханаға оҙатылған. Республика кардиологтары 2 935 кешегә консультация биргән, шуларҙың 155-е - коронароангиографияға, 110-ы - өҫтәмә тикшереүгә, тағы етәүһе дауаханаға оҙатылған.

Быйыл акцияның иң өлкән ҡатнашыусыһы - Нефтекаманан 101 йәшлек Фәрхана Гәрәй ҡыҙы, ә иң йәше - Дыуан районынан биш йәшлек Миша. Шулай уҡ быйыл акцияла МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары - бөтәһе 1,5 мең кеше ҡатнашты.

«Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы ваҡытынан алда үлеү буйынса хәүеф төркөмөнә ингән ауырыуҙарҙы иртә стадияларҙа асыҡларға һәм пациенттарҙы ваҡытында тикшереү һәм дауалауҙы ойошторорға мөмкинлек бирҙе.

Андрей Назаров Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына акцияның географияһын киңәйтеүҙе өйрәнергә ҡушты.

Башҡортостан Хөкүмәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: