Ҡаҙ майы бик күп ауырыуҙар ваҡытында ярҙамға килә. Мәҫәлән: үпкәләр менән проблемалар булғанда (ялҡынһыныу, бронхит, астма, туберкулез); тире зарарланыуы (яныу, өшөү, экзема, псориаз); гинекология ауырыуҙары (балаға уҙа алмау; эрозия); простатитты дауалау; аяҡтар менән проблемалар булғанда (варикоз, тромбофлебит, мускулдарҙа ауыртыуҙар); геморрой; диабетты дауалауҙа; һалҡын тейгәндә ярҙам итә.
* Бронхит.
Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлдән ҡотолоу өсөн, ҡаҙ майын ҡырғыстан үткәрелгән һуған менән бутарға һәм ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итергә.Файҙаһы өс көндән үк күренәсәк.
* Үпкә ялҡынһыныуы.
Эретелгән ҡаҙ майы һәм һарымһаҡтан яһалған ҡатнашманы йылыталар һәм пергаментҡа һөртәләр. Ҡағыҙҙы күкрәккә ҡуялар, өҫтөнән йылы шарф ябалар һәм төнгә шулай ҡалдыралар.
* Өшөү.
Тәндең өшөгән өлөштәрен ҡаҙ майы менән һөртөп, йылы һыу менән тиренең һиҙгерлек һәләтен ҡайтарырға кәрәк. Сәнсеү бөткәндән һуң, аяҡ-ҡулдарға массам хәрәкәттәре менән ҡаҙ майы һөртәләр. Йылы кейем кейергә йәки йылы шарф менән уранырға кәрәк.
* Экзема.
Тире проблемаларынан ҡотолорға ҡаҙ һәм пихта майынан яһалған дарыу (мазь) (2:1) ярҙам итәр. Тиренең зарарланған урындарына көнөнә бер нисә мәртәбә һөртөргә кәрәк. Дауаланыу курсы – 20 көн, был ваҡытта тиреләге йәрәхәтләр төҙәлә.
* Ревматизм.
Арҡа ауыртҡанда мунсала арҡаны ҡаҙ майы менән ышҡыу ярҙам итә. Тән йылынып ярҙамы бермә-бер артасаҡ. Процедуранан һуң йылы урында төрөнөп ятырға кәрәк. Бер нисә сеанстан һуң ревматизм үтергә тейеш.
* Аналыҡтағы ауырыуҙар (эрозия).
Эретелгән ҡаҙ майы һәм тырнаҡ гөлө төнәтмәһе менән универсаль шыйыҡса яһайҙар. Ун көн дауамында ошо төнәтмәгә сылатылған тампонды, төнгә аналыҡ эсенә ҡуйып ҡалдыралар. Ун көн һайын аралаштырып, өс курс эшләргә кәрәк. Был ваҡыт эсендә яра төҙәлә.
* Балаға уҙа алмағанда ҡаҙ майы, алоэ япраҡтары, бал һәм һырғанаҡ майы менән ҡатнашма яһарға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр бер ҡалаҡ йылы һөт менән эсергә. Был дарыу ҡатын-ҡыҙҙарҙа аналыҡ көпшәһен таҙарта һәм ир-аттарҙа сперматозоидтарҙың әүҙемлеген арттыра.
* Простатит.
Был ауырыуҙы, ҡаҙ майы, ваҡланған һарымһаҡ, бал һәм каланхоэ һуты төнәтмәһен ҡабул итеп дауаларға була. Ҡатнашманы иртән һәм кис ас ҡарынға бер аш ҡалағы эсәләр. Ике аҙнанан һуң кесе йомошто үтәгән ваҡыттағы ауыртыу бөтөргә тейеш. Тулыһынса дауаланыу өсөн төнәтмәне 30 көн дауамында ҡабул итергә кәрәк.
Ҡуллана башлар алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, иҫкәрмәләр, тыйыуҙар булыуы ихтимал.
Сығанаҡ - Фәимә Туҡтамышеваның сәхифәһенән (https://vk.com/id171978721)
Фото: 100ing.ru