Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Октябрь , 08:00

Оҙаҡ йәшәүҙең биш сере бар

Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр иттеләр.

Оҙаҡ йәшәүҙең биш сере бар
Оҙаҡ йәшәүҙең биш сере бар

Өфөләге 5-се ҡала клиник дауаханаһы табиптары ғүмер оҙайлылығына түбәндәгеләр сәбәпсе тип белдергән:

  1. тәмәке тартмау;
  2. йәшелсә-емеште даими ашау;
  3. тоҙҙо аҙыраҡ ҡулланыу: тәүлегенә биш грамдан, шул иҫәптән әҙерләнгән аҙыҡ-түлектә лә артмаһын;
  4. алкоголле эсемлектәр менән мауыҡмау;
  5. физик йәһәттән әүҙем булыу.

Мәскәүҙең 71-се дауаханаһының баш табибы, билдәле алып барыусы Александр Мясников "Рәсәй 1" телканалында ғүмер оҙайлылығына туранан-тура йоғонто яһаған төп ете аҙыҡты атаған. Был исемлеккә йәшелсәләр, емеш-еләк, диңгеҙ ризыҡтары, балыҡ, сәтләүектәр, башлыса миндаль, ҡара шоколад һәм һарымһаҡ ингән. Табип фекеренсә, тап ошо аҙыҡтар һәр кешенең туҡланыу рационында мотлаҡ булырға тейеш.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: