Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһында үткән VI Оло йәштәгеләр декадаһында ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаған.
Ул оло йәштәге тыңлаусыларға йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү тураһында мөһим мәғлүмәт менән уртаҡлашҡан, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүеше принциптары хаҡында һөйләгән. “Ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе һәм фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашыусылаҙы күреү бик күңелле булды”, - ти ул.
Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш системаһы етди яңыртыла. РФ Президенты В.Путин инициативаһы менән "май указдары" нигеҙендә ойошторолған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) буйынса илдә кәм тигәндә 140 ҡан тамырҙары үҙәген һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһен заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу күҙаллана.
Тәмәке, алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарында беренсе ярҙам тураһында белемде таратыу инфаркттарҙы һәм инсульттарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Милли проектты тормошҡа ашырыу арҡаһында был һәм башҡа ҡан тамырҙары боҙолоуынан үлем осраҡтары дүрттән бер өлөшкә тиерлек кәметелергә тейеш. Республикабыҙҙа был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Тап ошо милли проект нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыуға йүнәлтелгән күп пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла.
Фото: Республика кардиология үҙәге.