Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
7 Октябрь , 23:00

"Ҡыҙым, ошоно ашаһаң, йөҙгә тиклем йәшәрһең", тиер ине...

Ысынлап та, үҙе 100-гә тиклем йәшәне был мөләйем инәй. 

"Ҡыҙым, ошоно ашаһаң, йөҙгә тиклем йәшәрһең", тиер ине...
"Ҡыҙым, ошоно ашаһаң, йөҙгә тиклем йәшәрһең", тиер ине...

"Ҡыҙым, ошо ҡушылманы көн дә аша һәм йөҙгәсә йәшәрһең", - тиер ине бер таныш инәй. Һәм, ысынлап та, үҙе йөҙгәсә йәшәне. "Миңә табиптар һеҙҙең ҡан тамырҙарына 30 йәшлектәр ҙә көнләшерлек тип әйтә”, - тиеүе лә иҫтә.

Был тәмле ҡушылма организмды шлак һәм токсиндарҙан таҙартып ҡына ҡалмай, ә бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты көсәйтә.

Шулай итеп, 100-әр грамм грек сәтләүеге (грек сәтләүеге ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм уның йөрөшөн яҡшырта) һәм күрәгәне (күрәгә ҡан баҫымын рәтләй) ваҡлайбыҙ, 4 тырнаҡ һарымһаҡты (һарымһаҡ тромбтар барлыҡҡа килеүенә ҡаршы көрәшә) иҙеп ҡушабыҙ, ярты лимондың (лимон ҡанды шыйығайта һәм бауырҙы таҙарта) һутын һығабыҙ, 1 аш ҡалағы бал (бал ҡанды таҙарта) өҫтәйбеҙ, 1 аш ҡалағы зәйтүн майы (зәйтүн майы насар холестеринды юҡ итеп, яҡшыларын барлыҡҡа килтерә) ҡушабыҙ. Ошо ҡатнашманы бер ай дауамында иртәнсәк ике аш ҡалағы ашайбыҙ. Йыл дауамында бер нисә тапҡыр ашап, организмды нығытып, витаминдарға байытып алырға кәңәш ителә.

Фото: api.rbsmi.ru

Сығанаҡ: vk.com/gumer_ber ("Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә!" төркөмөнән). 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: