Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин телеграм-каналда медицина тармағы алдында торған бурыстарҙы билдәләгән һәм һөйөнөстәре менән уртаҡлашҡан.
“Яңыраҡ “РБК Башҡортостан” конференцияһында мин республикала һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫеше тураһында ентекләп һөйләнем. Һеҙҙең менән ундағы төп мәлдәр хаҡында фекер алышмаҡсымын. Беҙҙең эш нигеҙендә пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм медицина ярҙамы мөмкинлектәрен күтәреү принциптары ята.
Беҙҙең республика илдә иң эре медицина ойошмалары селтәренә эйә. Һуңғы өс йылда беҙ 17 тәүге звено объекттарын сафҡа индерҙек, ә 2025 йылға тағы алты поликлиника, шул иҫәптән өс балалар поликлиникаһын асыуҙы планлаштырабыҙ.
2019 йылдан алып 12 махсуслаштырылған медицина учреждениеһы төҙөлдө. Ҡатмарлы операциялар яһалған Республика балалар онкология һәм гематология үҙәген айырыуса билдәләп үткем килә. Яҡын арала тағы һигеҙ объект асыуҙы планлаштырабыҙ, шул иҫәптән Республика кардиология үҙәгенең яңы корпусын.
Һаулыҡ һаҡлауҙа күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу - ҡатмарлы процесс. Беҙ даими рәүештә эштәр барышын анализлайбыҙ, кәрәк булғанда планға үҙгәрештәр индерәбеҙ, әммә эш темпын кәметмәйбеҙ.
Милли проект сараларынан тыш, үҙебеҙҙең башланғыстарҙы ла тормошҡа ашырабыҙ. Мәҫәлән, 2029 йылға тиклем Өфө поликлиникаларын ремонтлауға һигеҙ миллиард һум аҡса бүленәсәк. Бер үк ваҡытта уңайлы навигация системаларын индерәбеҙ, пациенттар менән эш сифатын яҡшыртыу өсөн персоналды уҡытабыҙ. Инфраструктура бурыстарын башҡа саралар менән хәл итеү республика халҡына заманса шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамын алыу мөмкинлеген тәьмин итер, тип уйлайым. Беҙҙең көндәлек эш шуға йүнәлтелгән дә инде”.