Сәләмәт булайыҡ
12 Октябрь 2024, 02:00

"Сәләмәтлек банка"ғыҙ әҙерме?

Эшләүе лә ҡыйын түгел, тәмле һәм файҙалы ла.

"Сәләмәтлек банка"ғыҙ әҙерме?"Сәләмәтлек банка"ғыҙ әҙерме?
"Сәләмәтлек банка"ғыҙ әҙерме?

Көндәр йылытып йә иһә ҡапыл һыуытып торған осорҙа «сәләмәтлек банкаһы»н әҙерләп ҡуйһағыҙ, файҙаһын күрмәй ҡалмаҫһығыҙ. Анһат ҡына яһала, тәмле һәм файҙалы ла.

Кәрәк: 400 грамм бал, өс лимон, 250 грамм самаһы имбирь.

Ҡабығы әрселгән имбирь менән һөйәге алынған лимонды ит турағыстың ваҡ тишеклеһенән үткәрергә йәки блендерҙа ваҡларға. Һуңынан яҡшылап бал һалып болғатырға. Көнөнә 1–2 сәй ҡалағы ҡулланырға.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Ашҡаҙаны ауыртҡан кешеләргә сама белергә кәрәк.

Фото: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас