Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Октябрь , 06:00

Һырғанаҡ булһа, һыуыҡтарға бирешмәҫбеҙ

Ул – витаминлы ризыҡ та, майы быуындарға ла файҙалы. Һырғанаҡты ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға?

Һырғанаҡ булһа, һыуыҡтарға бирешмәҫбеҙ
Һырғанаҡ булһа, һыуыҡтарға бирешмәҫбеҙ

Һырғанаҡтың (облепиха) емештәре генә түгел, япраҡтары ла файҙалы. Уларҙа ялҡынһыныуға ҡаршы торорға ярҙам итә торған танин матдәһе бар. С витамины нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты нығыта торған серотонинға ла бай. Уны ҡышҡылыҡҡа һаҡлауҙың бер нисә төрө бар. Барыһы хаҡында - яҙмала.

Бының төрлө ысулдары бар. Иң еңеле – емештәрҙе туңдырыу. Шулай уҡ төрлө ҡайнатмалар, компот, джем эшләп була. Мәҫәлән, шәкәр менән буталған һырғанаҡ бәләкәй балалар өсөн дә бик файҙалы. Уны әҙерләү өсөн бер килограмм емешкә ике кило шәкәр алына. Һырғанаҡты блендерҙа ваҡлағас, шәкәр менән бутарға. Унан банкаларға һалып, ҡапҡас ябырға кәрәк.

Үҙ һутындағы емеш. 1:1 иҫәбендә һырғанаҡ менән шәкәр кәрәк. Емештәрҙе банкаларға һалып, өҫтөнә өймәләм итеп шәкәр ҡомо һалырға һәм ҡапҡас менән ябып, туғыҙ сәғәткә һалҡын урынға ҡуйырға. Емештең һуты сыҡҡас, банкаларҙы стерилләргә (ярты литрлыҡтарын – 10, бер литрлыҡтарын - 15 минут).

Һырғанаҡ һуты. Бының өсөн һырғанаҡ күп кәрәк. Емештәрҙе һут һыҡҡыс аша үткәреп, бер литрына 200 грамм иҫәбенән шәкәр өҫтәп, ҡайнау хәленә еткергәнсе утта тоторға. Һуттың өҫтөндә майлы "пәрҙә" барлыҡҡа килһә, ташламағыҙ. Ул бик файҙалы. Һутты стерилләнгән банкаларға һалып, ныҡ итеп ябығыҙ. Ҡышҡыһын эсер алдынан яҡшы итеп болғатығыҙ.

Ҡайнатма. Емештәрҙе һалҡын һыуҙа йыуғас, биш минут эҫе һыуҙа бешекләгеҙ. Һуңынан уларҙы тишекле сүмескә һалып һарҡытығыҙ. Емештәрҙе бешекләгән һыуға бер кило һырғанаҡҡа 1,5 кило шәкәр һәм 600 мл һыу иҫәбенән сығып шәкәр өҫтәгеҙ һәм сироп ҡайнатығыҙ. Емештәрҙең өҫтөнә әҙер сиропты ҡойоп, ҡайнатып сығарығыҙ ҙа шунда уҡ һүндерегеҙ. Әҙер ҡайнатманы ҡоро банкаларға һалып, стерилләнгән ҡапҡастар менән ябығыҙ.

Һырғанаҡтың майы ла шифалы. Быуындар ауыртҡандан: эмаль кәстрүлдә ярты стакан һырғанаҡ майын йылытабыҙ ҙа, бер аш ҡалағы диңгеҙ тоҙо менән ике аш ҡалағы бал өҫтәйбеҙ. Болғатып бер аҙ йылытып алабыҙ ҙа, йоҡлар алдынан ауыртҡан быуындарға һөртәбеҙ. Өҫтөнә кәбеҫтә япрағы ябып, полиэтилен һәм йөн туҡыма менән ҡаплайбыҙ.

Һырғанаҡлы май. Ауыл майына һырғанаҡ емеше һалып, бер аҙ шәкәр ҡомо менән бутағас, пластик һауыттарға һалып туңдырғысҡа ҡуйырға. Ҡышҡа витаминдарға бай бик тәмле май әҙер. Шулай уҡ емеште туңдырып һаҡларға ла була.

Фото: edimdoma.ru

Һырғанаҡ булһа, һыуыҡтарға бирешмәҫбеҙ
Һырғанаҡ булһа, һыуыҡтарға бирешмәҫбеҙ
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: