Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Октябрь , 20:30

Ишетеү һәләтен яҡшырта

Был дауа хатта 80 йәшлек ололарҙа күҙәтелгән һаңғыраулыҡ осрағында ла килешә. Ентеклерәк түбәндә:  

Ишетеү һәләтен яҡшырта
Ишетеү һәләтен яҡшырта

Олоғая килә ишетеү һәләтенең насарайыуы күп кешеләрҙә күҙәтелә. Улай ғына түгел, һуңғы йылдарҙа был күренеш йәштәрҙә лә йышая бара, сәбәбе – әлеге лә баяғы гаджеттар. Көн дауамында ҡолаҡсын кейеп, музыка тыңлап йөрөгән кешеләр бар. Шунда уҡ һиҙелмәһә лә, был шөғөлдөң зыяны ҙур.

Ишетеү һәләтен яҡшыртыр өсөн халыҡ медицинаһында ла рецепттар бар. Бына шундай һөҙөмтәле генә ысул тәҡдим итәбеҙ.

Өс теш һарымһаҡтың һутын (өйҙә үҙегеҙ үҫтерелгәне булһын) һығып алығыҙ. Ошо һутҡа зәйтүн майын (оливковое масло) ҡойоғоҙ. Һарымһаҡтың һуты бер балғалаҡ булһа, өс балғалаҡ зәйтүн майы ҡушырға кәрәк. Яҡшылап болғатығыҙ һәм ошо ҡатнашманы пипетка менән көнөнә бер мәртәбә ҡолаҡҡа 3-4 тамсы тамыҙығыҙ. Ҡолаҡҡа мамыҡ тығып, май төпкәрәк үтеп ингәнсе ятып тороғоҙ. Ошо ысул хатта 80-90 йәштәге ололарға ла ишетеү һәләтен ҡайтарырға ярҙам итә, тиҙәр.

Дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!

Сығанаҡ: vk.com/bashkortvk (“Файҙалы кәңәштәр” төркөмөнән).

Фото: mistymag.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: