Сәләмәт булайыҡ
18 Октябрь 2024, 09:00

Башҡортостан – спорт иле

 Форумға Словения дайвер-инвалидтар ассоциацияһы халыҡ-ара президенты Бранко Равнак та килде.

Башҡортостан – спорт илеБашҡортостан – спорт иле
Башҡортостан – спорт иле

"Рәсәй – спорт державаһы" форумына Словения дайвер-инвалидтар ассоциацияһы халыҡ-ара президенты Бранко Равнак та килде. Мәртәбәле ҡунаҡ "Салют" балалар реабилитация комплексының эше менән танышты. Унда шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Флүр Нурлығаянов һәм башҡалар ҡатнашты.

– Тап был урындан балалар тауышы тынмаҫҡа тейеш, – тине Милана Скоробогатова. – Үҙәктең белгестәре беҙҙең бәләкәстәргә ысын терәк-таяныс булһын ине. Балалар бында үҙҙәрен ышаныслы тойһон, нәҡ ошонда ҡыҙ һәм малайҙарҙы көслө итеп тәрбиәләргә кәрәк.

Бранко Равнак үҙенең 15 йыллыҡ бай эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Шул иғтибарға лайыҡ, "Салют" комплексы бер юлы 150 баланы ҡабул итеү һәләтенә эйә.

Фото: Башҡортостан спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас