Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Октябрь , 17:00

Сәс ҡойолоуҙан борос ярҙам итте

"Cәсем ҡойолоп, башым таҙға әйләнә, йәғни пеләшләнә башлағайны, ошо ысул ҡотҡарҙы”, - тип яҙҙы Рита. 

Сәс ҡойолоуҙан борос ярҙам итте
Сәс ҡойолоуҙан борос ярҙам итте

Бөгөн күптәр сәс ҡойолоуға зарлана. Ир-егеттәрҙә генә түгел, хатта ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла баштың пеләшләнеүе йыш осрай. Бына социаль селтәрҙә Рита исемле ҡатын үҙенсәлекле яҙма менән уртаҡлашты. Бәлки, кемгәлер, файҙаһы тейер.

“7 – 8 бөртөк ҡуҙаҡлы әсе боросто (стручковый) 0,5 литр араҡыға һалып, бер аҙнаға ҡараңғы урынға ҡуйығыҙ. Шунан төнәтмәне сәс төптәренә һөртөгөҙ. Башты полиэтилен менән ҡаплап, берәй сәғәт тотоғоҙ ҙа йыуығыҙ.

Ошо процедураны аҙнаһына бер-ике тапҡыр ҡабатлағыҙ (ике ай тирәһе). Сәсегеҙ шаулап үҫеп китер.

Сәсте гел генә шампунь менән йыумағыҙ, йылы һыу менән генә сайҡатһағыҙ ҙа ярай.

Боросло араҡы баш тиреһен яндырмай! Йылыта ғына.

Минең башымда сәс ҡойолоп, таҙға әйләнә, йәғни пеләшләнә башлағайны, ошо ысул ҡотҡарҙы”, - тип яҙҙы Рита.

Белеүебеҙсә, әсе борос ҡушылған спиртлы төнәтмә дарыуханаларҙа ла һатыла. Уның да файҙаһы бар, әммә кәңәш биреүсе яҙыуынса, “үҙең эшләгәне барыбер яҡшыраҡ”.

Сығанаҡ: vk.com/hopay3ap (“Яуап бар... Файҙалы кәңәштәр” төркөмөнән).

Фото: haircenters.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: