Сәләмәт булайыҡ
22 Октябрь 2024, 10:00

Тәмле лә, файҙалы ла аҙна булһын

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы  21-27 октябрҙе Йәшелсә һәм еләк-емеш ҡулланыуҙы популярлаштырыу аҙнаһы тип иғлан итте.

Тәмле лә, файҙалы ла аҙна булһынТәмле лә, файҙалы ла аҙна булһын
Тәмле лә, файҙалы ла аҙна булһын

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы  21-27 октябрҙе Йәшелсә һәм еләк-емеш ҡулланыуҙы популярлаштырыу аҙнаһы тип иғлан итте. Йәшелсә һәм еләк-емеш кешенең туҡланыу рационында мөһим урын алып тора, сөнки улар – бик ҡиммәтле витаминдар, углеводтар, органик кислоталар һәм минераль матдәләр сығанағы. Шуға күрә йәшелсә, еләк-емеш организмдың яҡшы эшләүен тәьмин итеү өсөн рацион нигеҙен тәшкил итергә тейеш.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме буйынса, йәшелсә һәм еләк-емеште ҡулланыу көнөнә 400 грамдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Табиптарҙың әйтеүенсә, уларҙы тейешле кимәлдә ашау балаларҙың үҫешенә йоғонто яһай, ғүмер оҙайлығын арттыра, психик сәләмәтлекте, йөрәкте һаҡлай, онкология сирҙәре хәүефен кәметә, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген, иммунитетты яҡшырта.

Йәшелсәнән гарнирҙар эшләгеҙ, салаттар әҙерләгеҙ. Тоҙло кәбеҫтәлә С витамины күп.Туңдырылған йәшелсәне файҙаланығыҙ. Мәҫәлән, борос, кишер, брокколи, төҫлө һәм брюссель кәбеҫтәһен туңдырырға мөмкин. Ит һәм балыҡты йәшелсә менән бергә ҡушып ашағыҙ. Аҡһым һәм ҡатмарлы углеводтар бик яҡшы яраша. Тоҙло һәм маринадланған йәшелсәләрҙән баш тартығыҙ , сөнки уларҙа тоҙ, шәкәр һәм уксус күп. Йәшелсә һәм еләк-емеш кәйефте күтәрә, тән тиреһенә матурлыҡ өҫтәй, тип кәңәш бирә белгестәр.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас