Укроп һыуының тағы ла бер файҙалы сифаты – даими эскән осраҡта ул юғары ҡан баҫымын нормала тоторға булышлыҡ итә.
Шулай итеп, ябай ғына, әммә файҙалы рецепт: сәйнүккә бер аш ҡалағы укроп орлоғо һалып, ярты литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Таҫтамал менән урап, 30-40 минут тотҡандан һуң төнәтмә әҙер. Уны көн дауамында өсәр йотомдан 7-10 тапҡыр эсегеҙ. Ас ҡарынға һәм ныҡ итеп ашағандан һуң эсергә кәңәш ителмәй. Иң яҡшыһы – ашау барышында һәм араһында ҡабул итеү. Бер аҙна эскәндән һуң мотлаҡ һөҙөмтә күренер. Артабан айына 2-3 көн профилактика өсөн эсеп торорға мөмкин.
Укроп орлоғон кипкән килеш йыйып алһағыҙ, ул бик оҙаҡ үҙенең файҙалы сифаттарын юғалтмай һаҡлана. Ә инде йыйған орлоҡ булмаһа, ул магазин кәштәләрендә йыл әйләнәһенә һатыла. Хаҡы ла арзан ғына.
Файҙаһын күрегеҙ! Сәләмәт булығыҙ!