Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Октябрь , 18:00

Киви файҙалымы?

Көнөнә ике – өс емештән артыҡ ашамағыҙ

Киви файҙалымы?
Киви файҙалымы?

Күптәр кивины нисек ашарға тип баш вата. Уны әрсемәй ҡулланыу яҡшыраҡ, сөнки унда йомшағына ҡарағанда күберәк файҙалы витаминдар бар, ти белгестәр. Киви ҡабығында клетчатка күберәк. Ул ашҡаҙан эшмәкәрлеген яйға һала һәм ҡандағы холестеринды кәметә.

Кивила С витамины әфлисун һәм лимондағыға ҡарағанда күберәк, шулай уҡ калий, кальций, Е витаминына бай. Ҡан баҫымы юғары булғандарға, йөрәк сирлеләргә файҙалы. Өҫтәүенә, калорияһы аҙ булғанлыҡтан, диетик аҙыҡ һанала

Ул шулай уҡ кәйефте һәм һәләтте күтәреүгә ярҙам итә, ҡан баҫымын көйләй. Бигерәк тә ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға киви ашау тәҡдим ителә. Емештең ҡабығында фолий кислотаһы күп.

Әммә кивины күп ашарға ярамай. Көнөнә ике- өс емештән артығын ҡулланмағыҙ. Шулай уҡ унда кальций оксалаты кристалдары булыуын иҫтә тотоу мөһим. Был матдә бөйөрҙәрендә таш булған йәки подагра менән ауырыусыларға зыянлы.

Табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Фото: rospotrebnadzor.ru

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: