Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Октябрь , 10:00

Әнүәр Нурғәлиевты “ашығыс ярҙам” алып киткән

Уға ла концерттарын туҡтатып торорға тура килә... 

Әнүәр Нурғәлиевты “ашығыс ярҙам” алып киткән
Әнүәр Нурғәлиевты “ашығыс ярҙам” алып киткән

Әнүәр Нурғәлиевҡа концерттарын туҡтатып торорға тура килә: кисә уны "ашығыс ярҙам" менән дауаханаға алып киткәндәр.

“Дуҫтар, мин бер ергә китеп барам әле. Бик борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы. Мине дауаханаға һалалар, дөрөҫөн генә әйткәндә, әлегә үҙем дә шокта. Әле дуҫым шылтырата: “Ниңә һин шундай шат?” – ти. “Дауаханаға ла йылмайып барырға кәрәк”, тинем. Мәғлүмәт менән һуңғараҡ уртаҡлашырмын”, – тип яҙҙы ул “ашығыс ярҙам” машинаһынан стористар ҡуйып.

Һуңғараҡ асыҡланыуынса, уның йөрәге менән проблема булған. Әле ул тикшеренеү үтә. “Бер аҙна тирәһе дауаханала ятырға тура килер. Концерттарҙы декабрь башына күсерәбеҙ”, – тигән ул журналистарға.

Уға тиҙерәк шәбәйеү теләйбеҙ. Йөрәк менән шаярырға ярамай.

Сығанаҡ: "Интертат". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: