Сәләмәт булайыҡ
26 Октябрь 2024, 14:00

Иммунитетты нығытыу өсөн файҙалы ҡайнатма

Емештәрҙе тышы менән ҡайнатабыҙ.

Иммунитетты нығытыу өсөн файҙалы ҡайнатмаИммунитетты нығытыу өсөн файҙалы ҡайнатма
Иммунитетты нығытыу өсөн файҙалы ҡайнатма

Һалҡын, ҡояшһыҙ көндәр башланды. Иммунитетты даими рәүештә нығытып торор кәрәк.

Һаулыҡ өсөн С витамины ныҡ кәрәкле икәнен барығыҙ ҙа белә. Ә был витаминдарға цитруслы емештәр бик бай. Әйҙәгеҙ, уларҙан ҡышҡылыҡҡа файҙалы ҡайнатма әҙерләйек.

Ҡайнатма өсөн: лимон - 500 г; әфлисун - 500 г; шәкәр - 300 г.

Әҙерләү: Емештәрҙе ентекләп йыуығыҙ. Тышы менән ҡуша ит турағыста үткәрергә. Сөнки тап унда файҙалы матдәләр күп. Бөтә ингредиенттарҙы болғатығыҙ, плитәгә ҡуйығыҙ һәм урта утта 15-20 минут тирәһе ҡайнатығыҙ.

Бындай ҡайнатманың файҙалы үҙенсәлектәре.

- антисептик тәьҫир яһай;

- иммун системаһын нығыта;

- шешенеүҙе бөтөрә;

- капиллярҙарҙы нығытыуға булышлыҡ итә;

- организмды ағыулы матдәләрҙән һәм холестериндан таҙартыу функцияһын башҡара;

- йөрәк ауырыуҙарын һәм атеросклерозды иҫкәртә.

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас