Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 28 октябрҙән 3 ноябргә тиклемге осорҙо Инсульт менән көрәш аҙнаһы тип иғлан итте. Белгестәрҙең әйтеүенсә, инсультты иҫкәртеү өсөн граждандарҙа сәләмәт туҡланыу культураһын формалаштырыу мөһим.
Инсульттың төп билдәләре:
баш әйләнеүе, тигеҙлекте һәм хәрәкәтте көйләүҙе юғалтыу; телмәр насарланыуы; тәндең бер яғын фалиж һуғыуы йәки хәлһеҙләнеүе, ойоуы; күҙ алдының ҡараңғыланыуы, предметтарҙың ҡуш күренеүе йәки тоноҡланыуы; баштың кинәт ныҡ ауыртыуы.
Кемдәр хәүефләнергә тейеш?
65 йәштән өлкәнерәктәр айырыуса сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға тейеш. Артериаль гипертензия ишемия инсульты хәүефен ике тапҡырға арттыра. Ҡанда холестерин кимәле юғарылығы, атеросклероз, тәмәке тартыу, шәкәр диабеты, һимереү шулай уҡ инсультҡа итеүсе сәбәптәрҙең береһе булыуы мөмкин. Йөрәк сирҙәре, миокард инфаркты, аритмия шулай уҡ инсультҡа килтереүе ихтимал. Дөрөҫ һайланған терапия һәм табип кәңәштәрен тотоу хәүефте кәметәсәк. Әҙерләнгән аҙыҡҡа тоҙ өҫтәмәү, ныҡ тоҙланған аҙыҡ-түлектән баш тартыу шулай уҡ файҙалы, ти белгестәр.
Был сир баш мейеһендә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы, нервы системаһы функциялары боҙолоуы һәм туҡымалар һәләк булыуы менән бара. Ҡан ағымының бер нисә секундҡа туҡтауы ла ағзаның зарарланыуына килтереүе ихтимал, сөнки нейрондар матдәләр алмашыныуы өсөн тейешле компоненттарҙы тупламай. Инсульт – кеше ғүмеренә ҙур хәүеф менән янаған ҡурҡыныс торош, ҡан әйләнешенең ҡайһы өлкәһе боҙолоуына бәйле, баш мейеһе функцияларының еңелсә зыян күреүе йәки туҡымаларҙың ныҡ зарарланыуы мөмкин.
Инсульт – иң хәүефле неврологик сир. Илле йәште уҙған ир һәм ҡатындарҙың баш мейеһендә ҡан ағымының киҫкен боҙолоуы йышыраҡ күҙәтелһә лә, сирҙең хәүефле факторҙары төрлө йәштә лә осрай. Тәүге билдәләрҙе һиҙеү менән мөмкин тиклем тиҙерәк кисектергеһеҙ медицина ярҙамына мөрәжәғәт итегеҙ, ни өсөн тигәндә баш мейеһендәге төҙәтеп булмаҫлыҡ үҙгәрештәр бер нисә сәғәт эсендә формалаша. Ҡан ағымын тергеҙеү өсөн табиптар реанимация һәм терапия процедураларын үткәрә. Ғүмергә ҡурҡыныс янаған тороштан ҡотолдорғас, реабилитация тәғәйенләнә.
Фото:https://ufa-pansion.ru/uslugi/reabilitaciya/posle-insulta/