Сәләмәт булайыҡ
28 Октябрь 2024, 15:35

Уртаҡлашыр тәжрибә бар

 Башҡортостандың бөтә медицина ойошмалары ун йылдан ашыу Берҙәм һанлы платформала эшләй.

Уртаҡлашыр тәжрибә барУртаҡлашыр тәжрибә бар
Уртаҡлашыр тәжрибә бар

Башҡортостан Мәскәүҙә үтеүсе “Милли һаулыҡ һаҡлау-2024” Милли конгресында һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын үҫтереү буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат  Рәхмәтуллин фекер алышыуҙа республикала тормошҡа ашырылған төп ҡаҙаныштар һәм яҡшы  практикалар тураһында һөйләне, тәүге звеноны үҫтереү буйынса пландары менән уртаҡлашты.

– Хәҙерге ваҡытта һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһына бик күп аҡса суммаһы һалына. Шулай булғас, беҙ хыялланып ҡына ҡалмай, ысынбарлыҡта нимәлер эшләргә, тәүге звеноны алдағы йылдарға яҡшыға үҙгәртергә тейешбеҙ. Билдәле булыуынса, ул һаулыҡ һаҡлау тармағының нигеҙе булып тора, – тип билдәләне Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Виктор Фисенко. Ул Башҡортостанды ауылда һаулыҡ һаҡлау эшен яҡшыртыу өлкәһендә кемдән өйрәнергә мөмкин булған иң яҡшы төбәктәрҙең береһе булараҡ миҫалға килтерҙе.

Башҡортостанда тәүге звеноны нығытыу буйынса системалы эш планлы рәүештә алып барыла. 2023 йылда республиканың бөтә тарихында тәүге тапҡыр көтөлгән уртаса ғүмер оҙайлығының иң юғары нөктәһенә – 73,17 йылға – өлгәшелде.

Һуңғы биш йылда ғына тәүге звеноның  19 капиталь объекты төҙөлдө һәм файҙаланыуға ташырылды. 2025 йылда төбәк тағы ла заманса стандарттар буйынса йыһазландырылған яңы алты  поликлиника, 135 модулле ФАП аласаҡ.

Башҡортостан халҡының 38 проценты ауылдарҙа йәшәй. 2019 йылдан алып “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 500-ҙән ашыу модулле конструкция, капиталь табиплыҡ амбулаторияһы  һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлдө. Башҡортостанда ФАП-тар селтәре - иң эреләрҙең береһе.

Йөҙҙән ашыу һаулыҡ һаҡлау объекты ремонтланды, 400-ҙән ашыу автомобиль һәм күсмә медицина комплекстары, 30 мең берәмек медицина ҡорамалы алынды.

Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, 2024 - 2029 йылдарға Өфө һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу программаһы эш башланы. Был Программаға ярашлы, баш ҡаланың 118 медицина объектында капиталь ремонт үткәрелде һәм медицина ҡорамалы алмаштырылды. Алтмыштан ашыу ауыр техниканы алмаштырыу планлаштырыла.

– Сабыйҙар үлеме һуңғы биш йылда ике тапҡырға тиерлек кәмене – 6,1-ҙән 3,9 промиллегә тиклем. Был статистик күҙәтеү тарихында иң бәләкәй күрһәткес. 2023 йылда дөйөм үлем күрһәткесе 11,7 кимәленә түбәнәйҙе, был да һуңғы 25 йыл эсендәге яҡшы күрһәткес. Барыһынан да элек был – Башҡортостан етәкселеге тарафынан һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын нығытыу буйынса  башҡарған системалы эш һөҙөмтәһе, – тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

Башҡортостандың бөтә медицина ойошмалары ун йылдан ашыу Берҙәм һанлы платформала эшләй. Ул 205 медицина ойошмаһын һәм 25 меңдән ашыу бер үк ваҡытта эшләүсе ҡулланыусыларҙы, шулай уҡ 4,5 миллион тирәһе электрон медицина картаһын берләштерә.

Фото:https://web.whatsapp.com/ 

 

Уртаҡлашыр тәжрибә бар
Уртаҡлашыр тәжрибә бар
Уртаҡлашыр тәжрибә бар
Уртаҡлашыр тәжрибә бар
Уртаҡлашыр тәжрибә бар
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас