"Бер осор мине һалҡын алдырыу, киҙеү кеүек сирҙәрҙең эҙемтәһе булып гайморит ыҙалата башланы. Саҡ ҡына өшөп йәки берәй вирус эләктереп ауырыһам, шунда уҡ ошо яман сир ҡушыла. Танау тона, баш ауырта, күҙ атылып сығып килгәндәй тойола, эйелһәң, баш ярылып китерҙәй... Әлбиттә, табиптар яҙған дарыуҙарҙы ҡулланам, сирҙе еңәм, әммә ул ураған һайын ҡабатланып йонсота.
Мин профилактика саралары тураһында уйлана башланым. Бер мәл мәсеткә барғанымда бер хәҙрәт танауым тоноп ыҙалауымды күреп, бер рецепт бирҙе. Ниндәйҙер дини баҫмала донъя күргән кескәй генә яҙманың күсермәһе ине ул.
Ә рецепт (кәңәш тиһәк тә булалыр) бик ябай: танауҙы даими рәүештә тоҙло һыу менән сайҡатырға. Бының өсөн йыуыныу бүлмәһенә 1 йәки 1,5 литрлыҡ пластик шешәләге һыуға 1-1,5 аш ҡалағы самаһы тоҙ һалып, яҡшылап болғап, ултыртып ҡуйығыҙ. Ошо һыуҙы усығыҙға алып, танауығыҙҙың тәүҙә бер яғы, шунан һуң икенсе яғы менән эскә табан һурығыҙ һәм сайҡатып сығарығыҙ. Быны бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ. Ә процедураны көнөнә кәм тигәндә 3 тапҡыр эшләгеҙ.
ИҒТИБАР! Тоҙло һыу ҡан баҫымын күтәрә, шуға күрә юғары баҫымлыларға был ысул менән бик һаҡ ҡулланырға, тоҙҙо аҙ ғына миҡдарҙа һалырға кәрәк.
Миңә ныҡ ярҙам итте. Хроник хәлендәге гаймориттан ҡотолдом. Шулай ҙа профилактика өсөн танауҙы сайыуҙы дауам итәм, әммә хәҙер крандан аҡҡан ябай һалҡынса һыуҙы ғына ҡулланам. Һуңғы йылдарҙа ҡан баҫымы һикерә башлағас, тоҙ менән булышмайым. Әйткәндәй булмаһын, ун йыл тирәһе була гаймориттан ҡотолоуыма.
Ғәлиә апайығыҙ".
Редакциянан: Халыҡ медицинаһы рецепттары менән ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү МОТЛАҠ!
Фото: Pinterest