Бер мәлдә уҡыған танышымды осратып, донъя, ғаилә хәлдәре хаҡында оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Танышым ниңәлер үтә борсоулы күренде.
Баҡтиһәң, бер туған апаһы ауырый, яман шеш диагнозы ҡуйғандар. “Түшендәге шеш шул тиклем ныҡ ҙурайып киткән, бәләкәйерәк тауыҡ йомортҡаһы хәтлем. Күкрәк тирәһе ауырта башлағас, электән йөрәге ауыртҡанға күрә, шул элекке сир икән тип, дарыу эсеп тик йөрөгән. Ашығыс рәүештә операция яһап шеште алдылар, хәҙер химия терапияһы үтә. Шул тиклем ябыҡты, йонсоно бахырым...” – тип һөйләне ул күҙенә йәш алып.
- Түш тирәһен тикшереп, тотоп ҡарап, шеш барлығын һиҙмәгәнме икән? – тием.
- Мин дә “Апай, табиптар ҡатын-ҡыҙға һәр ваҡыт түштәрен тикшереп торорға ҡуша. Ул тиклем ҙурлыҡтағы шеш тотоп ҡарауға, моғайын, беленер ине”, тинем. “Юҡ, бер ваҡытта ла үҙемде үҙем тикшергәнем булманы, улай кәрәк икәнен дә белмәнем. Табиптар ҙа шулай тип әрләп алды”, ти.
Апайым яңы 55-ен тултырып, Себер стажы менән пенсияға сығып, тыуған яҡҡа ҡайтты. Үҙенә лә, ҡыҙына ла Өфөнән фатир һатып алды. Ғүмер буйы үҙ көсөнә таянып, донъямды ҡотайтам, баламды аяҡҡа баҫтырам тип йәшәне. Уның уңғанлығына, егәрлелегенә хайран ҡалырлыҡ! Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә. Йәшәргә лә йәшәргә бит әле. Тик эш, донъя тип сабып, үҙебеҙгә, һаулығыбыҙға иғтибар биреп етмәйбеҙ шул...
- Ярай, апайығыҙ был сирҙе еңеп, йүнәлеп китһен, Алла бойорһа.
- Амин, шулай ғына булһын! – тигән изге теләктә хушлаштыҡ.
Әлеге хәлгә бәйләп, ҡатын-ҡыҙҙарға түш яман шешен иҫкәртеү йәһәтенән ябай ғына кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ.
Үкенескә ҡаршы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың түш сирҙәре киң таралған ауырыуҙар иҫәбендә. Шештәр ике төргә бүленә: яман шеш (рак) һәм яман булмаған шеш.
Һәр ҡатын-ҡыҙ даими рәүештә түшен үҙаллы тикшереп торорға тейеш.
Әгәр һеҙ түбәндәге билдәләрҙе аңғарһағыҙ:
- түштә тығыҙланыу, тиренең лимон кеүек сырышыуы барлыҡҡа килһә;
- түштең осо эскә табан тартылһа;
- ҡултыҡ аҫтында ниндәйҙер төйөр һиҙһәгеҙ;
- баҫҡан, ҡыҫып тотҡан мәлдә шыйыҡса сыҡһа (ҡанлы йәки үтә күренмәле шыйыҡса булыуы бар) МОТЛАҠ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ!
Фото: pinterest.com