Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегет киҙеүҙән һаҡланыу, иммунитетты нығытыу өсөн үҙенсәлекле рецепт тәҡдим итә.
“Бының өсөн ни бары дүрт ингредиент – бал, куркума, һарымһаҡ, лимон кәрәк. Лимон менән һарымһаҡты иҙмә рәүешенә килтерергә (ит турағыс йәки блендер ярҙамында). Ошо массаға бер ҡап куркума (магазинда һатыла) һәм бал ҡушып, яҡшы итеп болғатырға. Әҙер ризыҡты бер аҙнаға һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк”, - тип өйрәтә Сәғиҙулла Байегет.
Халыҡ артисы был шифалы ҡатнашманы көн һайын төшкө аш мәлендә бер ҡалаҡ ашарға кәңәш итә.
Сәләмәт булығыҙ!
Фото: видеояҙманан скриншот.